Изге тау ылыҡтыра12.02.2013
Былтыр 10 меңдән ашыу кеше “Ирәмәл” тәбиғи паркында булды. Изге Ирәмәл тауына күтәрелергә теләүселәрҙең күбеһе — Силәбе, Екатеринбург һәм Өфө кешеләре.
Килеүселәрҙең өстән ике өлөшө Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылы яғынан килеүҙе өҫтөн күрә. “Сәбәп ябай — юлдың яҡынлығы һәм Ирәмәлгә күтәрелеүҙең еңелерәк булыуы”, — ти “Ирәмәл” тәбиғи паркы директорының фән буйынса урынбаҫары Илсаф Ғәбдиев.
Яңы йыл көндәрендә 200-ләп кеше парктың ҡунаҡтары булды. Әле һәр шәмбе һәм йәкшәмбе һайын уртаса 40 турист изге тау башына менә.
2013 йылда парк территорияһында махсус йыһазландырылған туҡталҡалар эшләү дауам итәсәк. Бында ут яғыу урыны, япма һәм эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Әйткәндәй, быға тиклем Ирәмәлдә әле бында, әле тегендә ойошторолған “ҡырағай” туҡталҡалар ғына ине.
Әле паркта йыһазландырылған 15 туҡталҡа бар. Быйыл тағы ла өсәүҙе төҙөү күҙ уңында тотола. Бынан тыш, килеүселәр өсөн ике контроль-мәғлүмәт посы төҙөләсәк.