Әнүәр Бәхтиәров менән бергә эшләмәһәм дә, гәзиттә тир түккән йылдарҙа уның тураһында күп ишеттем, шуға күрә үҙемде был шәхесте яҡшы белгәндәр иҫәбенә индерә алам. Бөгөн оло быуын нефтселәренән: "Яҡташтарығыҙ араһынан кем иң ҙур хөрмәткә лайыҡ?" — тип һораһалар, күпселек тап Әнүәр Сәхипгәрәй улын телгә алыр ине, моғайын.
Ә. Бәхтиәров башта "Ишембайнефть" нефть һәм газ сығарыу идаралығында баш инженер булып эшләй. "Краснохолмнефть" идаралығы ойошторолоп, бер йыл үткәс, ошо төбәккә килә. Предприятие аяҡҡа баҫыу осорон кисерә, кешеләр алһыҙ-ялһыҙ, ҡара төнгәсә эшләй. Яңы етәксе тәүге көндән үк эшкә сума. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 12 нефть ятҡылығы үҙләштерелә, йыл һайын 220-ләп нефть скважинаһы ҡалҡып сыға. Нефть сығарыу күләме йылдан-йыл арта, 1981 йылда иң юғары кимәлгә — 5,5 миллион тоннаға етә.
Әнүәр Сәхипгәрәй улы — етәксе һәм производствоны ойоштороусы сифаттарына эйә булған шәхес. Уның командаһы нефть сығарыуҙы йылдам арттырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға күп көс һала. Бәхтиәров беҙҙең хәтерҙә үҙенә һәм кешеләргә талапсан, намыҫлы, итәғәтле, эшенә һәм әйткән һүҙенә тоғро, профессионализмды юғары баһалаған кеше булараҡ хәтеребеҙҙә һаҡлана.
Әнүәр Сәхипгәрәй улы нефтселәр коллективына 23 йыл етәкселек итә. Ошо ваҡыт эсендә "Краснохолмнефть" нефть һәм газ сығарыу идаралығы ныҡлы аяҡҡа баҫты, социаль бурыстар уңышлы тормошҡа ашырылды. Әнүәр Сәхипгәрәй улының тырышлығы менән ябай район үҙәге заманса ҡалаға — Яңауылға әүерелә. Күп ҡатлы йорттар, мәктәп, дауахана, мәҙәниәт учреждениелары ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек ҡалҡа, юлдар һалына, инженерлыҡ коммуникациялары сафҡа индерелә.
Ул кешеләрҙә дәрт уятты, үҙенең идеялары менән ылыҡтырҙы. Әнүәр Сәхипгәрәй улы саҡырһа, иң ауыр хәлдәрҙә лә баш тартыусылар булманы. Авария, ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуа ҡалһа, ул беренсе булып килер, аҙағына тиклем ҡалыр ине. Етди производство мәсьәләләре хәл ителгәндә, үҙенең фекерен хатта иң юғары кимәлдә лә ныҡышмалы, етди дәлилдәр килтереп яҡлай алды.
Башҡортостанда нефть сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Ә. Бәхтиәров Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, "Почет Билдәһе" ордендары, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә, "Почетлы нефтсе", "БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе", "РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе" тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Әнүәр Сәхипгәрәй улы Яңауыл районы Советы, БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Яңауылдағы урамға уның исеме бирелгән.