Етмеш төрлө һөнәргә эйә шәхес12.02.2013
Етмеш төрлө һөнәргә эйә шәхесРауил Галин — республикабыҙҙа киң билдәле шәхес.
Ул — Башҡортостандың халыҡ артисы, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты.

Рауил Әхтәрйән улы йылдан ашыу Башҡортостан Республика мәҙәниәт техникумында йәш быуынды сәхнә теле һәм режиссура серҙәренә өйрәтте. Студенттары республикабыҙҙың төрлө мәҙәниәт усағында уңышлы эшләп йөрөй, күбеһе Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белемен камиллаштырған. Сәхнәләге ижады менән бер рәттән Рауил Галин хикәйәләр, шиғырҙар, тел, халыҡ яҙмышына, артистар ижадына арналған мәҡәләләр яҙыу менән дә әүҙем шөғөлләнә. Республика, район баҫмаларында төрлө жанрҙа ижад иткән әҫәрҙәре бер-бер артлы донъя күрә килә. "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған "Бүләк беҙгә Тәңребеҙҙән", "Миҙгел ябыу ҙа — байрам", "Яҙмыштар төрлө, әммә булмыштар бер" тигән мәҡәләләре өсөн гәзиттең 2007 йылғы лауреаты булды.
"Буя уйлап, ҡуйма бутап" тигән тәүге йыйынтығы балалар өсөн тәғәйенләнгән. "Дүрткүҙ" исемле китабы ла кескәйҙәргә ҙур шатлыҡ алып килде. Улар магазин кәштәләрендә оҙаҡ ятманы, шунда уҡ һатылып бөттө.
Рауил Әхтәрйән улының өсөнсө ҡулъяҙмаһы ла "Китап" нәшриәтендә сиратта ята. Авторҙың "Дүрткүҙ" исемле йыйынтығына айырым туҡталғым килә. Унда Рауил Әхтәрйән улының төрлө осорҙа яҙылған хикәйәләре, шиғырҙары һәм урыҫ теленән тәржемә иткән пьесалары тупланған.
Барлыҡ әҫәрҙәре лә күңелдә һәйбәт тойғо ҡалдыра. Дүрткүҙ исемле эттең хужаһы Фәхретдин ҡарт үлгәндән һуң башланған "эттәрсә" ауыр тормошо әҫәрҙе уҡыған бер баланы ла битараф ҡалдырмағандыр.
Автор яҙғанса, "Бар кеше лә эт хәлен аңлаймы ни? Берәүҙәргә ул дуҫ, икенселәргә — хеҙмәтсе, ә ҡайһы берәүҙәргә — дошман, енәйәтсе". Дөрөҫөн әйткәндә, эттәр генә түгел, хатта кешеләр ҙә шундай яҙмышҡа дусар. "Атайым мәҙәктәре" бүлегенә ингән ҡыҫҡа хикәйәләр ҙә ("Доғалы саңғы", "Арбанан һәрмәй", "Горчица яратмай", "Тоҙо ҡортлаған", "Сысҡанға — үлем, бесәйгә — көлкө") балаларҙы изгелеккә, яҡшылыҡҡа өндәүсе әҫәрҙәр булараҡ, ҙур баһаға лайыҡ. Башҡорт әҙәбиәте бөгөн матур сәхнә әҫәрҙәренә, пьесаларға ҡытлыҡ кисергән бер мәлдә, Рауил Галиндың тәржемә пьесалары балалар өсөн ҙур бүләк булды. Барлыҡ пьесалар ҙа уңышлы тәржемә ителгән, йөкмәткеһе бала күңеленә үтеп инерлек.
Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы ағзалары Рауил Галиндың был китабын бер тауыштан Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим итте.


Вернуться назад