Нефтекамала сыҡҡан бер гәзиттең тупламаһын аҡтарғанда Федор Бредневтың ҡултамғаһы менән баҫылған «Маршал Жуков Николо-Березовкала булғанмы?» тигән мәҡәлә иғтибарҙы йәлеп итте. Данлыҡлы хәрби эшмәкәрҙең фотоһүрәттәре менән биҙәлгән яҙмала 1948 — 1953 йылдарҙа Советтар Союзы Маршалы
Г.К. Жуков етәкселегендәге Урал хәрби округы ғәскәрҙәренең бер күнекмәһе тураһында һүҙ бара. Хәрбиҙәр, хәҙерге Яңауыл һәм Краснокама райондарында лагерҙар ҡороп, бер нисә көн йәшәгәндән һуң, Николо-Березовка ауылынан түбәнерәк понтон күпер һалып, Кама йылғаһының ҡаршы ярына сыҡҡан, тиелгән.
Байғужа һәм Николо-Березовка ауылдарында йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәренә маршал Жуковты күреү, уның менән аралашыу бәхете тейә. Ошо кешеләрҙең хәтерләүҙәренә таянып яҙған да инде үҙенең мәҡәләһен ҡалала тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ танылған журналист Федор Бреднев. «Был ваҡиғаларҙың күп шаһиттары мәрхүм инде, – ти ул. – Мин аралашҡан кешеләр хәлдәрҙе үҙенсә хәтерләй, ҡайһы берҙәренең һөйләгәндәрендә уйҙырма күберәк. Шулай ҙа беҙҙең яҡтарҙа маршал Жуковтың булып китеүендә шигем юҡ. Хәрби архивтарҙан документтар юллау менән бергә ошо ваҡиғаларҙың шаһиттарын эҙләүҙе артабан дауам итәсәкмен».