Үҙҙәренә күҙҙәр генә теймәһен!09.02.2013
Был донъяла мин иң бәхетле бала, сөнки ике өләсәйем бар.
Үҙҙәренә күҙҙәр генә теймәһен!Әсәйемдең әсәһе Сәмәрә Ғәбиҙуллина 1945 йылда Бөрйән районының Брәтәк ауылында доньяға килә, ағаһы менән ҡустылары эргәһендә сәскә кеүек үҫеп етә. Олатайым менә алты бала үҫтереп, 48 йыл татыу ғүмер итәләр, икеһе лә ауылыбыҙҙың абруйлы, ихтирамлы кешеләре. 16 ейән-ейәнсәрҙәренә, ике бүлә-бүләсәрҙәренә оло терәк улар.
Атайымдың әсәһе Рәмилә Зиннур ҡыҙы Мырҙабулатова Ишембай районының Иҫке Һәйет ауылында тыуып үҫкән. Олатайым менән ете баланы аяҡҡа баҫтыралар. Уртаҡ тормош ҡороуҙарына 38 йыл тулғас, олатайым мәрхүм булып ҡалды. Өләсәйем был ҡайғы алдында бөгөлөп төшмәй, балалар хаҡына тик алға ынтыла. Әле дүрт ейәне, алты ейәнсәре бар. Ҡәҙерлебеҙ хәҙер кинйә ҡыҙы Рәйсә менән йәшәй.Үҙҙәренә күҙҙәр генә теймәһен!
Өләсәйҙәремдең икеһе лә уңған: өйҙәре һәр саҡ таҙа, өҫтәлдәренән тәмле икмәктәре, ҡайнар аштары өҙөлмәй, күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, ҡышҡылыҡҡа төрлө салат, ҡайнатма әҙерләйҙәр, күҙ яуын алырҙай сағыу биҙәкле ҡорама түшәктәр эшләйҙәр, ҡабарып торған йылы ойоҡ-бейәләй бәйләйҙәр. Улар беҙҙе лә хеҙмәт һөйөргә, эштән ҡурҡмаҫҡа, тәртипле булырға өйрәтә.
Оло йәштәбулһалар ҙа, күңелдәре менән һаман йәш минең өләсәйҙәрем: йыр- таҡмаҡ тиһеңме, дәртле бейеү көйө булһынмы – ихлас баҫып бейеп тә китәләр. Күҙҙәр генә теймәһен үҙҙәренә!


Вернуться назад