Өләсәйем Йөҙлөбикә Хәкимулла ҡыҙы донъя аҡ ҡарға күмелгән саҡта – 1952 йылдың февралендә Бишбүләк районының Дүсән ауылында донъяға килгән. Үҙе лә шул ҡар һымаҡ саф күңелле. Йөҙө яҡты ҡояш кеүек, ҡулдары алтын.
Өләсәйем бик уңған – бешергән аштарын, тәмлекәстәрен ашап ҡараһаң, телеңде йоторһоң! Уның кеүектәр тураһында: “Ҡулдарынан гөл тама”, – тиҙәр. Ҡул эштәрен күрһәгеҙ, һеҙ ҙә минең менән килешер инегеҙ.
Хаҡлы ялға тиклем өләсәйем склад мөдире булып эшләне. 17 генә йәшендә олатайым Тимерғәли Иманғоловҡа кейәүгә сыға һәм күрше Бикҡол аулы килене булып китә. Матур итеп йорт һалалар. 40 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Балаларының дүртеһе лә үҙҙәренә оҡшап эшлекле һәм уңған.
Хаҡлы ялда булһа ла, өләсәйем бер минут та тик тормай: малы бар, ҡош-ҡорт ҡарай, баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерә. Йәмле өйөнән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй, ейән-ейәнсәрҙәренең шат тауышы тынмай. Барыбыҙ ҙа бик татыу йәшәйбеҙҙ Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайым ғына яныбыҙҙа юҡ: ул өс йыл элек вафат булды. Уны гел йылы һүҙҙәр менән иҫенә төшөрәбеҙ.
Киләсәктә өләсәйемдең ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шатланып йәшәүен теләйем.