Тауҙар ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған йәмле Хажы ауылында 1941 йылдың 11 сентябрендә өләсәйем Нәзирә Зариф ҡыҙы донъяға килә. Ике айында атаһы һуғышҡа алына. “Атайым 1946 йылдың йәйендә иҫән-аман әйләнеп ҡайтты. Көн шул тиклем сыуаҡ ине”, – тип хәтерендә ҡалдырған биш кенә йәшлек ҡыҙсыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға атайлы-әсәйле бала булып йәшәү бәхете бик аҙ эләгә: ҡарт олатайым, улын беренсе ҡатынына ҡалдырып, ә өләсәйемде үҙенә алып, икенсегә өйләнә.
Яңы ғаиләлә бер-бер артлы донъяға килгән туғандарын ҡарашыу, өй эштәрен башҡарыу, ашарға әҙерләү кеүек мәшәҡәттәр өләсәйем иңенә ята. Тилбер ҡыҙ барыһына ла өлгөрә. Алты саҡрым алыҫлыҡтағы Һайран мәктәбенә йөрөп уҡырға ҡышҡы һыуыҡ көндәр ҙә, йылы кейемдең юҡлығы ла ҡамасаулай алмай. Иртән муҡса артмаҡлап мәктәпкә киткән 16 йәшлек ҡыҙҙы ҡайтыуына Аҙнай егете – олатайым ҡаршы ала һәм килен итеп алып ҡайтып китә. Бына шул көндән башлана ла инде хөрмәтле ветерандың хеҙмәт юлы.
Кеше ғүмере йылдар менән түгел, хеҙмәт даны менән үлсәнә, тиҙәр. Ниндәй генә эштәр башҡармай ул: сөгөлдөр үҫтереү, бесән сабыу, ағас ултыртыу, һалабаш һыҙырыу, келәт, ферма баштарында ҡар көрәү, орлоҡ игенен эшкәртеү, һалам төбөн өтөү... Өҙөккә ялғау булһын тип, төндәрен ҡап һуға, бейәләй-ойоҡбаштар бәйләй. Балаларының тороуына ҡабарып торған тәмле икмәк , бәлеш бешерергә, ҡоймаҡ ҡойорға ла өлгөрә.
Шулай йылдар үтә. Шатлығы ауыр юғалтыуҙар менән үрелеп бара: тәүге балаһын яман ауырыу 28 йәшендә генә яҡты донъяларҙан алып китә, 55 йәшендә олатайымды ерләй, бер нисә йылдан алты йәшлек ейәне фажиғәле үлеп ҡала. Барыһын да оло сабырлыҡ менән күтәрә, үткәрә белде өләсәйем. Алты балаһының, 12 ейән-ейәнсәренең, бер бүләсәренең иҫәнлеген, ғүмерен теләп доғалар ҡыла. Килгән һәр кемгә ишеге асыҡ, йөҙө яҡты, ризығы татлы уның. Сабыр холоҡло, тура һүҙле өләсәйемдең халыҡ алдында ла абруйы ҙур.
Ҡышын да шау сәскәгә күмелгән гөлдәре, гөжләп осҡан бал ҡорттары, һикерешеп уйнаған һарыҡ бәрәстәре, иртә һайын йоҡоһонан уятҡан әтәс тауышы өләсәйем күңеленә дәрт-дарман өҫтәй. Ял, каникул көндәрендә балаларҙың көлөүенә күмелгән йортонда ҡот уйнай.