Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре Римма Моратованың “Башҡорт телендә һәм мәҙәниәтендә һандар символикаһы” тигән монографияһы донъя күрҙе.
— Һандарҙы кешелек донъяһында үҙенсәлекле күренеш тип һанарға мөмкин, — ти Римма Тәлғәт ҡыҙы. — “Тормош тап уларға ҡоролған” тигән ҡараш боронғо дәүерҙәрҙә үк йәшәгән. Әйтәйек, сәнғәттә, шиғриәттә, архитектурала иҫәпкә таянып эш ителә. Ғөмүмән, көндәлек тормошта ла кеше һан тылсымына инана. Башҡорт халҡының үҙенә генә хас һандар системаһы тап ошондай ышаныуҙар нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Был йәһәттән эҙләнеү эше менән оҙаҡ шөғөлләндем. Һөҙөмтәлә ғилми хеҙмәтемдә һандарҙың халҡыбыҙҙың донъяға ҡарашын, милли булмышын сағылдырған үҙенсәлектәре сағылыш тапты. Тикшеренеүҙәрҙе артабан да дауам итергә теләйем.
Римма Моратованың үҙенсәлекле монографияһы дәүләт етәкселеге тарафынан юғары баһаланды — Башҡортостан Хөкүмәтенең грантына лайыҡ булды. Йәш ғалимдарға һәм ғилми коллективтарға бындай матди һәм рухи ярҙам 2007 йылдан алып, тимәк, быйыл етенсе тапҡыр бирелә.
— Халҡыбыҙҙа 7 иң изге һан иҫәпләнә, бөгөнгө уңышығыҙ артабанғы тормошоғоҙҙоң ныҡлы нигеҙе булһын, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, йәштәрҙе Рәсәй фәне көнө менән ҡотлап. — Беҙгә, Президент Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнеүенсә, дөйөм үҫешкә дөрөҫ йүнәлеш бирерҙәй аҡыллы йәмғиәт кәрәк. Һуңғы йылдарҙа был йәһәттән һиҙелерлек уңышҡа өлгәшелде. Иғтибар артҡанлыҡтан, йәштәр араһында ғилми тикшеренеү эше менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйҙе, республикабыҙ Рәсәй, донъя кимәлендәге сараларҙы ҡабул итә башланы.
Утыҙ грантҡа 185 йәш ғалим һәм коллективтың дәғүә итеүе, ысынлап та, дәүләттең фәнгә иғтибары артыуы хаҡында һөйләй. Быны Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов та билдәләне. Ул, “алтын — ерҙән, ғалим илдән сыға” тигән башҡорт мәҡәлен иҫкә алып, йәштәргә үҫеш мөмкинлеген үҙебеҙҙә тыуҙырырға кәрәклеген әйтте, бүләкләнеүселәрҙең киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар менән һөйөндөрөрөнә ышаныс белдерҙе.