Тиҙҙән өй туйлаясаҡтар09.02.2013
Был йорттарға былтыр апрелдә нигеҙ һалынғайны. Уларҙың икеһе лә — өс ҡатлы. Өс подъездан торған тәүге йортта 30 фатир булһа, ике подъезлыһына 18 ғаилә күсенәсәк. Торлаҡ мохтажлыҡ кисергән йәш ғаиләләргә, етем балаларға, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән.
Төҙөүселәр, стенаны, түбәне тигеҙләп һылау буйынса эште бөтөрөп, әле обой йәбештереү, линолеум түшәү кеүек мәшәҡәттәр менән мәшғүл.
— Ошо айҙа уҡ йортто сафҡа индерергә уйлайбыҙ. Материалдар менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар булманы, шуға күрә эштәр ырамлы барҙы, — ти төҙөлөш компанияһы етәксеһе Лилиә Әлимбаева.