Күмәк эш һөҙөмтә бирә09.02.2013
Ошо көндәрҙә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының конференц-залында VIII Халыҡ-ара “Ҡала мөхите” социаль реклама фестиваленең бағыусыларына һәм мәғлүмәт партнерҙарына рәхмәт хаттары тапшырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: фестиваль Өфөлә былтыр ноябрҙә үткәйне. Рәхмәт хаттарын Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов менән уның урынбаҫары Марат Ғәзизов тапшырҙы.
Тантанала “Ҡала мөхите”нең махсус номинацияларын булдырған компаниялар — “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы, “Радуга” компаниялар төркөмө, “Фармленд” дарыуханалар селтәре, “М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы” (“Индюшкин” сауҙа маркаһы) — вәкилдәре, шулай уҡ фестивалгә мәғлүмәт ярҙамы күрһәткән теле-, радиокомпаниялар, реклама агентлыҡтары етәкселәре, фестиваль эшен ойоштороусы “Имидж-Консультант” компанияһы директоры ҡатнашты.
Борис Мелкоедов ошондай мөһим сараны уҙғарыуҙа ярҙам иткәндәргә ҙур рәхмәт әйтте һәм хеҙмәттәшлектең артабан да дауам итеренә ышаныс белдерҙе.