Бала ғүмере барыһынан ҡиммәт09.02.2013
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова республиканың төрлө ведомство етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Власть органдары етәкселәре республикалағы демографик хәл, социаль проблемалар буйынса фекер алышты.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, былтыр республикала 58 997 кеше донъяға килгән. Тимәк, 2011 йыл менән сағыштырғанда, тыуым 5,1 процентҡа артҡан тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта 53 380 кеше вафат булған. Ошонан сығып иҫәпләгәндә, тәбиғи артым 5 617-гә тиң. Үлем сәбәптәре йылдан-йыл үҙгәрешһеҙ ҡала: тәүге урында – ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән яфаланыусылар (45,8%), икенселә – төрлө шештәргә дусар булыусылар (11%), өсөнсөлә – һәләкәткә тарыусылар, ағыуланыусылар (10,8 %).
Кәңәшмәлә балалар үлеме буйынса аяныслы һандар ҙа яңғыраны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проблеманың тамыры социаль мәсьәләләргә барып төртөлә: ғәҙәттә, сабыйҙарҙың ғүмере эскелек менән мауыҡҡан, әхлаҡһыҙ йәшәү рәүешен үҙ иткән ғаиләләрҙә йышыраҡ өҙөлә. Лилиә Салауат ҡыҙы хакимиәт башлыҡтарын был мәсьәләгә айырыуса иғтибарлы булырға, проблемалы ғаиләләрҙе күҙәтеүҙә тоторға, балаларҙың һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф янаған осраҡта, кисекмәҫтән сара күрергә саҡырҙы. Урындағы власть етәкселәренә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса үҙәк дауаханалар табиптары, муниципаль Совет депутаттары, йәмәғәтселек ҡатнашлығында фекер алышыуҙар ойошторорға тәҡдим дә яңғыраны.
Кәңәшмәлә шулай уҡ бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу, балалар баҡсаһы проблемаһын хәл итеү юлдары барланды, “Ауыл табибы” программаһын артабан үҫтереү, уны камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.