Ирәндек атаһын ҡыуандырҙы09.02.2013
Ирәндек атаһын ҡыуандырҙыҠыҙҙар һәм малайҙар! Арағыҙҙа Ҡар бабай яһап ҡарамағандар бармы? Был эште оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Күрәһегеҙме, Ирәндектең Ҡар бабайы ҡайһылай шәп килеп сыҡҡан!

Әлбиттә, ике йәш ярымлыҡ малай уны үҙе генә әүәләмәне — әсәһе ярҙам итте. Тәүҙә икәүләп ҡар тәгәрәтеп өйҙөләр. Унан бабайға күҙ, ауыҙ яһанылар, башына һыуыҡ булмаһын тип, биҙрә кейҙерҙеләр. Ирәндек машинаһы менән йәһәт кенә әсәһе әҙерләгән кишерҙе алып килеп, танау итеп ҡуйғас, ботаҡтарҙан "ҡул" ҡаҙағас, Ҡар бабай йәнләнеп, йылмайып ебәрҙе кеүек.
Ә атаһының нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Эштән арып ҡайтып килгәндә шат йөҙлө Ҡар бабай ҡаршы алһын әле! Өҫтәүенә, улының уйнап ҡына йөрөмәй, эш менән мәшғүл булғанын күреү атай өсөн ҙур ҡыуаныс бит.
Дәүләкән районы,
Ҡәҙерғол ауылы.


Вернуться назад