Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!09.02.2013
Дуҫтар! Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 80 йыллығына арналған "Хыял ҡанатында" бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.
Алдан шуны әйтеп үтәйек: конкурсҡа килгән һәр яҙма беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Уларҙың барыһы ла ихлас күңелдән яҙылған. Һәр хыялдың нигеҙендә изгелек, мәрхәмәтлелек, илһөйәрлек тойғолары ятыуына айырыуса һөйөндөк. Кешеләрҙе йылмайтырға, бәхетле итергә, тирә-яғыбыҙҙы гөл-сәскәгә күмергә, ҡалаларҙа иркен, уңайлы йорттар төҙөргә, ауылдарҙы үҫтерергә, телебеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға теләгән йәш быуын үҫеп килеүенә нисек шатланмаҫһың! Хыялығыҙ тормошҡа аша күрһен, ҡәҙерле балалар!
Әлбиттә, конкурстың шарттары буйынса, һәр кемгә тәүге урындарҙы биреү мөмкин түгел. Шулай ҙа ҡатнашҡан берәүҙе лә бүләкһеҙ ҡалдырмайбыҙ: Учалы районының Ураҙ лицейынан Булат Заһитов, Айназа Мортазина, Алһыу Мостафина, Әбйәлил районының Хәмит мәктәбенән Мәҙинә Мөхәмәтйәнова, Миләүшә Мөлөкова, Гүзәлиә Яныбаева, Асҡын районының Яңы Ҡара мәктәбенән Наҙгөл Исламова, Айһылыу Гәрәева, Радмир Әхтәмов, Флорида Хәмәтова, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ж. Кейекбаев исемендәге гимназиянан Алмас Абдрахманов, Мәләүез ҡалаһынан Нурсилә Ниғмәтуллина, Иглин ҡасабаһынан Илшат Бәхтиев, Өфө ҡалаһынан Фәйрүзә һәм Айбулат Илекәевтәр, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһынан Айрат Ғиззәтуллин, баш ҡаланың 2-се башҡорт гимназияһынан Лидиә Билалова "Башҡортостан" гәзитенең Рәхмәт хатын аласаҡ.
Ә төп еңеүселәребеҙ түбәндәгесә:
I урын — Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Тимербулат ШӘРИПОВ;
II урын — Асҡын районының Яңы Ҡара мәктәбе уҡыусыһы Розалина ҒИМАЕВА;
III урын — Әбйәлил районының Хәмит мәктәбенән Айгизәр МӨЛӨКОВ.
"Тел IA" бәләкәй предприятиеһы еңеүселәребеҙҙе ҡотларға ашыға: DVD-уйнатҡыс, күп функциялы кеҫә телефоны, MP3-плеер күптән әҙер. Әйткәндәй, беренсе урынды алған Тимербулат Шәрипов тантаналы мәлде кисерергә лә өлгөрҙө: Бөрйәнгә сәфәргә барған саҡта уға Иршат Әнүәр улы Теләүембәтов DVD-уйнатҡысын тапшырҙы. Башҡа еңеүселәребеҙ ҙә үҙ бүләген алмай ҡалмаҫ.
Ҡәҙерле бәйгеселәребеҙ! Барығыҙға ла уҡыуҙа уңыштар, ижадтан айырылмауығыҙҙы теләйбеҙ. Киләсәктә лә беҙҙең конкурстарҙан ситтә ҡалмаҫһығыҙ, тип ышанабыҙ.