Хөрмәтле Таһирйән Мөхәмәт улы Ғәниевте күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙ уны 1-се мәктәп-интернатта (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы) эшләгән осоронан беләбеҙ. Йәш кенә булһа ла, директор урынбаҫары ине. Уҡытыусылар коллективы ла, балалар ҙа уны ихтирам итте. Кеше ҡайғыһын аңлаған, изге күңелле педагог булды: ҡыҙыбыҙ Айһылыу, ҡазаланып, биш ай өйҙә торғанда, бер минут та икеләнеп тормай, мәсьәләне ыңғай хәл итте — уҡытыусылар йортобоҙға килеп балаға белем бирҙе. Ҡыҙыбыҙ мәктәпте көмөш миҙалға тамамланы. Балалар үҫеп еткәс тә Таһирйән Мөхәмәт улына мөрәжәғәт итергә тура килде, ул бер хаяһыҙ ярҙам итте.
Хөрмәтле Таһирйән Мөхәмәт улы! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәхет, яҡшы кәйеф теләйбеҙ. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Иҫәнсуриндар ғаиләһе.