"Хыял ҡанатында"09.02.2013
Дуҫтар! "Хыял ҡанатында" конкурсына йомғаҡ яһалһа ла, рубриканы дауам итәбеҙ. Киләсәккә уй-теләк, маҡсаттар менән уртаҡлашайыҡ.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — Архангел районының Оҙондар мәктәбе уҡыусылары.

Бейеүгә маһир уҡытыусыны көтәм

Ҙур үҫкәс, закон сығарыусы булғым килә. Иң тәүҙә мәктәптәргә бейеү дәресен индерер инем.
Үҙемдең бейергә теләгем ҙур ҙа ул, өйрәтеүсе кеше генә юҡ. Мәктәптә лә, мәҙәниәт йортонда ла түңәрәктәр эшләмәй. Йыл һайын 1 сентябрь алдынан беҙгә йәш, бейергә оҫта уҡытыусы килеүен теләйем. Үҙемде сәхнәләге сулпылы ҡыҙ итеп күҙ алдына килтерәм. Был хыялымдың ҡасан да булһа тормошҡа ашырына ышанам.
Луиза ӘЙҮПОВА.

Оҙондарҙан китмәйем!

Беҙҙең Оҙондар ауылы ифрат матур ерҙә урынлашҡан. Бүлсәр, Ҡобоҙо тауҙары, Бәле яланы, Өй шишмәһе, Инйәр йылғаһы...
Үҫкәс, ошо матур ерҙә ике ҡатлы йорт һалам. Атайым һымаҡ ауыл хакимиәте башлығы булырға теләйем. Иң тәүҙә эшҡыуарлыҡты үҫтерер инем.
Оҙондарҙың уртаһында ял паркы төҙөтәм. Унда төрлө ағас, сәскә үҫәсәк, олатай һәм өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәре менән ял итәсәк.
Инсаф ҒӘЗИЗОВ.

Фатиры ла кәрәк

Табиплыҡҡа уҡып сығып, кешеләргә һәр саҡ ярҙам итеп йәшәргә теләйем.
Берәү ҙә ауырымаһын, һыҙланмаһын ине. Һау кеше дәртле, көр кәйефле була. Табип булараҡ һәр кемгә ошондай матур тормош бүләк иткем килә.
Тағы ла бер хыялым бар: фатир, шәп автомобиль алырға теләйем.
Раил ҮЛМӘҪҠОЛОВ.

Сәскә алып ҡыуанырмын

Кем кеше күңелен күтәрә? Эйе, йырсы һәм бейеүсе. Мин дә, тырышып уҡып, сәхнә оҫтаһы буласаҡмын.
"Һау булығыҙ, аҡҡоштар", "Уҡытыусыма" һәм башҡа йырҙарҙы матур итеп башҡарырмын. Төрлө бейеү менән кешеләрҙең күңелен күтәрермен. Үҙем дә, тамашасыларҙан бүләккә сәскә алып, бик ҡыуанырмын.
Айһылыу АБДУЛЛИНА.


Вернуться назад