Икмәге тәмле, ҡулы йомшаҡ09.02.2013
Кем беҙгә әсәй кеүек яҡын? Әлбиттә, өләсәй! Минең өсөн дә бик ҡәҙерле ул.

Өләсәйемдең исеме — Тәнзилә. Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йыш йөрөйбөҙ. Өләсәйемдең яһаған сәйе, яңы бешкән икмәге бигерәк тәмле! Йомшаҡ ҡулдары менән баштан һыйпап ебәрһә, шундай рәхәт булып ҡала. Ҡәҙерлемдең ауырымай ғына йәшәүен теләйем.


Вернуться назад