Егәрле лә, яғымлы ла09.02.2013
Гөлсирә өләсәйем күрше Кинйәбулат ауылында йәшәй. Каникулда барғанда, ул мине тәмле ҡоймаҡ, бәлештәр менән һыйлай.
Мин дә тик кенә ултырмайым: һауыт-һаба, иҙән йыуышам, ҡаҙ бәпкәләрен Тәйрүк буйына ҡыуам, ҡый үләндәрен уташам. Өләсәйемдең баҡсаһы ҙур, матур. Унда төрлө еләк-емеш, йәшелсә үҫә. Тәҙрә төбөндәге гөл-сәскә лә күҙҙең яуын алып тора. Егәрле лә, яғымлы ла минең өләсәй. Уны бик яратам.