Әйтерһең, буран — хужа!09.02.2013
Әсе буран ыжғыра,
Бөтөн ерҙе туҙҙыра.
Берсә олой, берсә тына,
Әйтерһең, ул — төп хужа.
Юлдарҙы, өй алдарын
Аҡ ҡар менән тултыра.
Инде генә тынды тиһәм,
Тағы нығыраҡ ҡотора.
Тиҙҙән буран тынып ҡалыр,
Беҙ ҙә өйҙән сығырбыҙ.
Күмәкләшеп, рәхәтләнеп,
Тауҙа сана шыуырбыҙ.