Халыҡ сәләмәтлеге һағында тороусы табип һөнәре – яуаплылыҡ һәм бар күңелеңде һалып эшләүҙе талап иткән изге вазифаларҙың береһе ул. Сәләмәтлегебеҙ ҡаҡшағанда уларҙың тылсымлы ҡулының шифаһын тойоп тереләбеҙ. Табиптарҙың йылы һүҙенә лә, яғымлы ҡарашына ла мохтажбыҙ. Шөкөр, бөгөн йәштәр араһында аҡ халат кейергә теләүселәр күбәйә бара. "Ауыл табибы" маҡсатлы программаһы ла булышлыҡ итә быға.
Асҡын район үҙәк дауаханаһы коллективы ла, эшкә һигеҙ йәш табип ҡайтҡас, нисектер еңел тын алып ҡуйғандай булды. Шулай булмай ни – улар ҡайтыу менән кадрҙар мәсьәләһе өлөшләтә булһа ла хәл ителгән.
– Йәштәрҙең ауыл ерен һайлауы, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Уларҙан бөгөн йәшлек дәрте ташып тора, заманса ҡоролмаларҙы аңлайҙар һәм тиҙ үҙләштерәләр. Киләсәктә көндәлек эшебеҙҙе яңы алымдар менән байытырҙар әле, моғайын. Әммә әлегә эш тәжрибәләре етеңкерәмәй, – ти район үҙәк дауаханаһы баш табибының поликлиника буйынса урынбаҫары, инфекционист Ралина Негара. – Ололарҙың тәжрибәһен өйрәнеп, кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, тырышып эшләһәләр, бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырҙарына өмөт ҙур.
Ҡасандыр эндокринолог, невролог, терапевт, педиатр, стоматолог кеүек юғары белемле белгестәргә ҡытлыҡ булһа, яҡын киләсәктә дауаханаға офтальмолог, психиатр кәрәк буласаҡ. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: районға сит яҡтарҙан эшкә килгәндәр. Хирург Наил Малихов, мәҫәлән, Ишембай ҡалаһынан, ә теш табибы Булат Ғәлимшанов — Балтас районыныҡы.
Стоматолог Денис Фәхретдинов тыумышы менән Белорет ҡалаһынан. Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған сағында Асҡын һылыуы, башҡорт һәм молдаван ҡаны уйнаған теремек Виолетта Негараға ғашиҡ була. Йәштәр, өйләнешкәс, тәүҙә ятаҡханала йәшәй. Денис 2010 йылда, ә Виолетта бер йылдан һуң ҡулына диплом ала, интернатура тамамлайҙар. Аҙаҡ Виолеттаның тыуған яғына, "Ауыл табибы" программаһына эләгеп, эшкә ҡайталар. Денис бөгөн — теш табибы, ә Виолетта участка педиатры булып эшләй.
– Программа ярҙамында фатирлы ла булдыҡ, яратҡан эшебеҙ ҙә бар. Әлбиттә, ҡалала ла эшкә ҡалырға мөмкинлек бар ине, ауылды һайлауыбыҙға һис үкенмәйбеҙ, – ти йәштәр.
Ә ни өсөн үкенергә һуң? Һеҙҙе яратып, ихтирам итеп торған етәкселәрегеҙ бар, тылсымлы ҡулдарығыҙҙың ярҙамына өмөт итеүсе халыҡ бар.