Бергә эшләү фарыз08.02.2013
Дәүләт органдары тармағында экология мәсьәләләре буйынса шөғөлләнгән бер нисә хеҙмәт бар. Ҡайһы саҡта кәрәкле мәғлүмәтте ҡайҙан алырға, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй баҙап ҡалаһың. Шуға ла Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағында Экология буйынса эксперт советы ойоштороу тап ошо йәһәттән уңайлы буласаҡ.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығындағы матбуғат конференцияһында журналистарға һәм власть органдарына, бер-береһе менән танышып, быйыл үткәреләсәк сараларҙы яҡтыртыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе барлау мөмкинлеге тыуҙы.
Быйыл Рәсәйҙә экологияға иғтибарҙы көсәйттеләр. Башҡортостанда ла Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы иғлан ителде, шуға күрә етәкселәр, йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралары был темаға йыш мөрәжәғәт итә. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев билдәләүенсә, саралар планы раҫланған, Рәсәй кимәлендә семинарҙар, форумдар буласаҡ, төрлө конкурстар иғлан ителгән. “Шуға ла министрлыҡ һәм экология ойошмалары менән мәғлүмәт сараларының үҙ-ара килешеп эшләүен тәьмин итеү фарыз”, — тип билдәләне Илдар Рим улы.
Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, Экология буйынса эксперт советы булдырылды. Уның эшендә төрлө ведомстволар ҡатнаша. Советтың маҡсаты — матбуғат саралары менән ойошмалар араһында бәйләнеш булдырып, кәрәкле мәғлүмәтте мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙерләү, Эксперт советына мөрәжәғәт итеп, ведомство һәм ойошма етәкселәренән теге йәки был һорауға ҡағылышлы фекерен алыу мөмкинлеген еңеләйтеү.
Росприроднадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығындағы дәүләт экология экспертизаһы, нормалаштырыу һәм лицензия биреү бүлеге начальнигы Ольга Янчук билдәләүенсә, ведомство киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнешкә яуаплы ҡарай, ләкин бюрократик кәртәләр ҙә бар.
— Уларҙы бер нисек тә урап үтеп булмай, шулай ҙа был мәсьәләне хәл итеү — беҙҙең бурыс. Нисек кенә булмаһын, хәбәрселәр әҙерләгән һорауҙарға мөмкин тиклем тиҙ һәм ентекле яуап бирергә әҙербеҙ, – тине ул. Башҡалар ҙа ошо фекерҙе хупланы.