Ете тарафтан ете хәбәр08.02.2013
Рәсүлев уҡыуҙары үтәсәк

Учалы районында һәм Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе һәм дин әһеле Зәйнулла Рәсүлевтең тыуыуына 180 йыл тулыуға арналған әҙәби уҡыуҙар үтәсәк. Тап ошо ҡалала Зәйнулла Рәсүлев “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен төҙөгән.
Зәйнулла Рәсүлевтең тыуыуына 180 йыл тулыуға арналған төбәк-ара байрам быйыл яҙ ойоштороласаҡ.
“Яйыҡ”.

Урманда фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Иглин районының Урман ҡасабаһындағы хәрби арсеналдағы шартлау һөҙөмтәһендә емерелгән фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде. Хәҙер яңы бинала сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтөн мөмкинлектәр ҙә бар.
Быға тиклем ауыл халҡы медицина ярҙамы алыу өсөн район үҙәгенә йөрөргә мәжбүр ине. Был һуғыш ветерандары, оло йәштәгеләр, ауырлы ҡатындар һәм бәләкәй балалары булған ғаиләләр өсөн айырыуса ҡыйынлыҡ тыуҙырған.
“Иглин хәбәрҙәре”.

Ҡала суды өй туйланы

Ҡасандыр һөнәрселек училищеһына ҡараған был бина заманса ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Федераль бюджеттан күләмле ремонт эштәре өсөн 50 миллион һум аҡса бүленгән.
– Эш өсөн уңайлыҡтар булмауы үҙәккә үткәйне, – тип суд бинаһы ишегенең символик асҡыстарын ҡулына алды Ишембай ҡала суды рәйесе Роберт Усманов. Яңы бина иһә суд хеҙмәткәрҙәре, килгән халыҡҡа уңайлылығын иҫәпкә алып эшләнгән: сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус пандустар, фойела белешмә урыны бар.
“Торатау”.

Мәктәптәр спартакиадала көс һынаша

Белорет районында мәктәп коллективтары араһында үткәреләсәк спартакиада старт алды. Был сараны йыл һайын мәғариф һәм фән профсоюз ойошмаһы менән балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойоштора.
Унда волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, саңғы ярыштарында иң көслө спортсылар, мәктәп командалары билдәләнәсәк. Тәүге урындарға лайыҡ булған еңеүселәр төбәк-ара этапта үтәсәк ярыштарҙа сығыш яһаясаҡ.
“Инйәр”.

40 ғаилә яңы фатирға күсте

Күмертау ҡалаһында 40 ғаиләгә яңы фатир асҡыстары тапшырылды. Авария хәлендәге йортта йәшәгән ғаиләләр торлаҡты Энергетиктар урамында ҡалҡып сыҡҡан яңы йорттан алды. Өй туйлаусыларҙың барыһы ла әлегә тиклем һигеҙ фатирлы ағас йорттарҙа йәшәгән.
Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса федераль программаны һәм 2012 йылға Башҡортостан Республикаһының граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программа икенсе йыл рәттән уңышлы бойомға ашырыла. Былтыр 63 ғаилә торлаҡ менән тәьмин ителде.
“Юшатыр”.

Әүҙем йәштәрҙе хуплап

Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫланов исемендәге йәштәр премияһы булдырыласаҡ. Премия фән, спорт, мәҙәниәт өлкәләрендә һәм производствола уңыштарға өлгәшкән йәштәргә тапшырыласаҡ.
Әүҙем йәштәрҙең башланғысын хуплау маҡсатында районда Кинйә Арыҫланов исемендәге премия булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Төрлө өлкәлә уңышҡа өлгәшкән йәштәр аҡсалата премия һәм иҫтәлекле билдә менән бүләкләнәсәк.
“Көйөргәҙе”.

Көслө команда бар

Салауат районының Лағыр урта мәктәбендә хоккей командаһы булдырылды. Яңыраҡ команда “Алтын шайба-2013” район ярышында чемпион исемен яуланы.
Мәктәп директоры һәм команданың тренеры Ринат Ситдиҡов башланғысы менән мәктәп биләмәһендә уңайлы боҙ майҙансығы төҙөлдө. Өлкәндәрҙән күрмәксе, түбәнге класс уҡыусылары ла конькиға баҫты. “Райондың спорт комитеты беҙҙе шайбалар, ҡапҡа селтәре менән тәьмин итте. Хоккей майҙансығы бәләкәй, киләсәктә уны киңәйтергә уйлайбыҙ”, – тип пландары менән уртаҡлашты Ринат Даян улы.
“Йүрүҙән”.


Вернуться назад