Алдан хәстәрләү отошло08.02.2013
Алдан хәстәрләү отошлоЯңы йылға шатланып аяҡ баҫыуыбыҙ була, ныҡлығыбыҙҙы һынағандай, хаҡтар шашып тигәндәй үргә үрмәләй ҙә башлай. Йылан йылы ла ошо ҡалыплашҡан тәртипкә үҙгәреш индерә алманы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матбуғат баҫмаларының хаҡының ла арта. Мәҫәлән, "Башҡортостан"ға яҙылыу хаҡының яҡынса 20 процентҡа күтәрелеүе көтөлә. Шулай ҙа кәйефегеҙҙе төшөрөргә ашыҡмағыҙ, 31 мартҡа тиклем икенсе ярты йыллыҡҡа былтырғы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Шуға күрә форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ. Икеләнеп тормағыҙ — отошло алым.
Кемдәр әлегә ҡәҙәр ниндәйҙер сәбәп менән баҫмабыҙҙы алдырып уҡый алмай икән, уларға ла тиҙерәк почта бүлексәләренә барырға кәңәш итәбеҙ. Февралдең 20-һенә тиклем яҙылып өлгөрһәгеҙ, гәзитте март башынан ҡулығыҙға аласаҡһығыҙ. Дүрт айға хаҡы (50600 индекслыһыныҡы) — 470 һум 88 тин. "Башҡортостан"-Йома"ныҡы (31805 индекслыһыныҡы) — 97 һум 76 тин.
Ә инде бер юлы икенсе ярты йыллыҡ өсөн дә яҙылып ҡуйһағыҙ, бигерәк тә яҡшы. Алда әйтелгәнсә, ул саҡта баҫмаға яҙылыу күпкә арзаныраҡҡа төшәсәк. Ошо хаҡта күрше-күләнегеҙгә, таныштарығыҙға еткереүегеҙҙе лә үтенәбеҙ.
Әгәр почта бүлексәләрендә гәзиткә яҙылыуға бәйле аңлашылмаусанлыҡ тыуһа, беҙгә хәбәр итегеҙ: 272-96-90 телефоны буйынса матбуғат бүлегенә шылтыратығыҙ.

* * *
Өфө ҡалаһында йәшәүселәрҙең дә хәтеренә төшөрәбеҙ: баҫмабыҙға редакцияға килеп тә, йәшәгән урынығыҙға яҡын урынлашҡан "Өфө-матбуғат" киосктарында ла (бер айға — 90 һум) яҙыла алаһығыҙ.
Редакцияла яҙылған осраҡта бер айға хаҡы — 60 һум 19 тин, алты айға — 361 һум 41 тин.


Вернуться назад