Бейеге килә лә ул...08.02.2013
Бейеге килә лә ул...Күршем, Сәғит ағайҙы әйтәм, бик ауыр бәләгә тарыны: ҡапыл ғына сирләп китеп, һул аяғынан яҙҙы. Йүгереп йөрөгән кешенең ошондай хәлдә ҡалыуы яҡындарының ғына түгел, күршеләренең дә күңелен һыҡратты.
Шәп кеше ул беҙҙең Сәғит ағай. Шундай ярҙамсыл, йор һүҙле, йомарт, киң күңелле. Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй. Осрағанда хәлдәрҙе һорашып, матур һүҙҙәре менән күңелдәрҙе күтәреп ебәрер ине...

Ошо аяныс хәбәрҙе ишеткәс, хәлен белергә баҙнат итмәй торҙом. Йүгереп йөрөгән кешенең карауат өҫтөндә генә ҡалыуын кисереүе ауыр булды. Нимә тип әйтермен, ни тип кенә йыуатырмын тип, күстәнәстәр күтәреп, һаҡ ҡына ишектәрен астым. Эске бүлмәнән Сәғит ағайҙың ҡысҡырып көлгән тауышын ишетеп, бөтөнләй юғалып ҡалдым. Ҡаршыма, ҡояштай йылмайып, Флүрә еңгә килеп сыҡты.
— Ағайҙың хәле нисек? — тип һораған булам.
— Ана, күршеләренең күңелен аса, көләмәс һөйләп, — тисе еңгә, үҙе лә көлә.
Эскә йылы йүгерҙе. Тимәк, бирешмәгән икән ағайыбыҙ. Янына барып, ике ҡуллап күрешеп, күстәнәстәремде тапшырҙым, хәл-әхүәл һораштым.
— Хәлдәр ни, ашауға ҡарап, — тип яуапланы ул. — Еңгәң көнө-төнө һыйлай ғына, бына күршеләр күстәнәс яуҙыра, Аллаға шөкөр. Әле кисен күмәкләп клубҡа сығып дер һелкетеп бейергә иҫәп...
Йөҙө шундай тыныс, зәңгәр күҙҙәренең ситендә генә йәш емелдәй. Күңел тулып китте, тамағыма төйөр тығылды. Ошондай ауыр хәлдә лә үҙендә көлөргә көс табып, башҡаларҙың күңелен күтәреп ултырыуына таң ҡалдым. Бына ҡайҙа ул ирлек, егетлек!
Үткәндәр, ауыл тарихы тураһында һөйләшеп киттек. Белмәгәне юҡ: ер-һыу атамаларын, ауыл халҡының үткәнен, ҡайһы нәҫел ниндәй кәсеп менән шөғөлләнгәнен бәйнә-бәйнә теҙә. Хайран ҡалып тыңлайым, ә уйым үткәндәргә тәгәрәй...
Ауыл Советы бинаһы ҡаршыһында ғына уларҙың өйө. Яҡында — магазин, автобус туҡталышы. Эш көнө башланыу менән Сәғит ағай хакимиәткә инеп хәлдәрҙе һораша, "уңышлы эш һеҙгә" тип, теләктәр әйтеп сығып китә. Көн дә шулай ишектәрҙе шар асып килеп инә лә:
— Ултырабыҙмы класта
Советский власта? —
ти.
Беҙ көләбеҙ. Көндәр шулай күңелле башланғас, уңышлы үтә инде. Бөтә ауыл хәбәрен белә ул. Һәр автобусты ҡаршылап, оҙатып ҡала. Барыһының да күңелен күтәреп, ҡыҙыҡ-мәҙәк һөйләй, көлдөрә. Зәңгәр күҙҙәрен ҡыҫҡылап, мут йылмайып:
— Хат яҙығыҙ, киткәс тә,
Күстәнәсһеҙ ҡайтмағыҙ, –
тип ҡала.
Шулай күнегелгән. Автобус менән ҡайтып төшкәндә Сәғит ағай шат йылмайып ҡаршы алмаһа, күңелгә ниҙер етмәгән, көндөң йәме кәмегән кеүек була ине.
Күтәрә белде ҡайғыһын Сәғит ағай. Бер кемгә лә зарланып, илап ултырманы. Киреһенсә, хәл белергә кергән һәр кешегә асыҡ йөҙө, матур һүҙе табыла. Хәлен белергә бөтә ауыл тиерлек килә. Изге күңелле кешенең хәсрәтен еңеләйтергә тырышып тора ауылдаштары. Янында кеше юҡ саҡта бар ҡыуанысы — телевизор. Еңгә лә гел өйөндә ултыра алмай бит, мал-тыуар, ҡош-ҡорт — уның ҡулында. Эй, ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ. Өҫтәүенә, ағайға, тормош иптәшенә, ваҡытында ашарға әҙерләп, тамағын туйҙырырға, башҡа йомоштарын атҡарырға кәрәк.
Бына шундай яңғыҙ ҡалған саҡтарында эйәләште лә инде ул телевизорға. Ә унан күп сериялы кино башланған — "Кармелита". Иҫе китеп ҡарай шуны. Хәлен белергә, әҙерәк янында ултырайым тип керһәм, кино башланып тора. "Эй, матур ҙа инде шул сиғандарҙың йыры", — тип ҡаршыланы мине Сәғит ағай. "Ҡушылып йырлар инем, телдәрен генә белмәйем", — тип өҫтәне. Ә экранда әйләнеп-тулғанып Кармелита бейей. Көй ыңғайына Сәғит ағай һелкенеп, ҡулдарын күтәреп, баш осонда уйнатып алды. Бөтә кәүҙәһе менән бейеп ултырасы ағайыбыҙ! "Дәрт бар, дәрт бар, туған! Эх, өҙҙөрөп бейегән саҡтарым ҡайҙа икән?!" — тип әсенеп өҫтәне лә башын аҫҡа эйҙе. Өй эсе күңелһеҙләнеп ҡалды. "Ә һин йырла, Сәғит ағай, тауышың моңло бит, бер йырла әле", — тип үтенәм. "Шахта" көйөн һуҙҙы ағай. Шундай матур итеп, йырҙың эсенә инеп китеп, бөтә күңелен биреп йырланы. Йыр артынан йыр китте. Йәш саҡта ҡыҙҙарҙы шулай таҡмаҡ әйтеп әйләндереүҙәрен иҫкә алды. Киске уйындар тураһында һөйләп китеп, кино бөткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ. "Ә Кармелита матур, эх, йәш сағым түгел! Вәт, бейер инек икәүләп!" — тип ҡысҡырып көлөп алды.
Ошо булған тормошона шөкөрәнә ҡылып, яҙмышына рәнйемәй генә, балаларын ҡаршылап-оҙатып, хәлен белергә килеүселәрҙең күңелен матур йырҙары, йор һүҙҙәре менән күтәреп, кәңәштәр биреп, тыныс ҡына йәшәп ята Сәғит ағайыбыҙ. Мөхәббәтле булығыҙ, тип ҡабатларға ярата ул. Эйе, мөхәббәт йәшәтә кешене, көс бирә, күңелде нурлай. "Бына мин дә мөхәббәтлемен, Кармелитаға ғашиҡ булдым әле. Яратмаҫлыҡмы ни, бына еңгәң генә ишетеп ҡалып, көнләшеп ҡуймаһын, — тип өҫтәй, мут йылмайып. "Йыр ҙа бағышланым әле үҙенә, Кармелитаға", — тип ҡысҡырып йырлап ебәрә.
Эх, һыу алыуҙары,
Һыуҙың болғаныуҙары!
Һинән генә, һинән генә
Күңелем аҙыуҙары...
Эй, был күңел тигәнең иләҫ-миләҫ килмәй тормай шул. Ғишыҡ уты ла һинең йәшеңде, затыңды, атыңды һорап тормай, бер ҡабынһа, яна ла яна, яна ла яна... Ярай әле тышҡа бәреп сыҡмай ялҡыны. Эстән өтһә-өтә, тик күңелдең аулаҡ мөйөшөндә ҡала килә.
Өйгә ҡайтҡас та, Сәғит ағайҙың йыры ҡолаҡ төбөндә яңғырап торҙо:
Һинән генә, һинән генә
Күңелем аҙыуҙары...
Йырлай-йырлай Кармелита менән бергә зыр әйләнеп бейегәнен күҙ алдына килтереп, уның ошо аяныс яҙмышында үҙенә йәм, күңел йыуанысы табып, башҡалар күңелен дә күтәреп йәшәй алыуына һоҡланыу тойғоһо уянды. Эсемдән генә: "Афарин, Сәғит ағай, афарин, бирешмә генә!" — тип ҡабатлайым. Күҙ йәштәрем ағып, битем буйлап тәгәрәй...


Вернуться назад