Иң ҡәҙерле кешеләребеҙҙең береһе, Бөрйән районының Яңы Усман ауылында йәшәгән бер туған ҡустыбыҙ Данияр һис көтмәгәндә 30 йәшендә генә арабыҙҙан китеп барҙы.
Дәрте ташып торған, көслө, аҡыллы, бик күп һәләткә эйә егет ине ул. Ярҙамсыллығы, һәр кемдең хәленә инергә тырышыуы, ихласлығы, йор һүҙлелеге өсөн йәше лә, ҡарты ла яратты, ихтирам итте үҙен. Һунарсы, балта оҫтаһы, мәҙәксе булараҡ даны ҡалды. Даниярҙың тәбиғәтте ни тиклем яратыуына, йәнлектәр һәм үҫемлектәр донъяһын яҡшы белеүенә барыбыҙ ҙа хайран ҡала инек. Нимәгә тотонһа ла — бесән әҙерләһенме, бура бураһынмы, ағастан берәй йыһаз яһаһынмы — бар тырышлығын һалып, еренә еткереп башҡара торғайны. Балаларҙы ныҡ яратты, үҙенең ҡыҙы өсөн дә өҙөлөп торҙо. Киленебеҙгә, туғандарына иғтибарлы булды.
Ҡустыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатҡан көн сатлама һыуыҡ ине, шуға ҡарамаҫтан, хушлашырға ауылдағы бар кеше йыйылды, һәр ҡайһыһы мөмкин булғанса ярҙам итергә, хәлебеҙгә инергә тырышты. Күрше-тирә ауылдарҙан, бүтән район һәм ҡалаларҙан туғандар күп ине, Даниярҙың элекке хеҙмәттәштәре, һунарсы дуҫтары ла килде. Уларҙың барыһына ла, шулай уҡ ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙамлашҡан һәр кемгә, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә һәммәгеҙҙе лә ҡайғы-хәсрәттән һаҡлаһын, донъябыҙ имен торһон, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын.