Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:— Бисмилләһир-рахманир-рахим.
Әл-хәмдү-лил-ләһ, Исламда таҙалыҡ, сафлыҡ, паклыҡ иң юғары урынға ҡуйылған. Ҡөрьән Кәримдә лә, пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә лә был төшөнсәләр күп тапҡыр зекер ителгән. "Йыуыныу, пакланыу, сафланыу — имандың ҙур өлөшө", — тип әйтелә. Ысынлап та, әҙәм балаһының тормошонда таҙалыҡ мөһим урынды биләй, сөнки уға сәләмәтлек эйәреп йөрөй.
Сағыштырып ҡарайыҡ: Европала йыуыныу тигән нәмәне, бәлки, уйлап та еткермәгән, хатта батша һарайҙарында бындай бүлмәләр булмаған ваҡыттарҙа Ғәрәбстанда, һыу алтын ҡиммәтендә булған ерҙә, пакланыу иң мөһим ғәмәл һаналған.
Мосолман көнөнә бер мәртәбә генә түгел, ә гел йыуынып торорға тейеш. "Һеҙҙең берегеҙ, иртәнсәк уянғас, ҡулын өс тапҡыр йыумайынса, бер нәмәгә лә тотонмаһын, сөнки ул йоҡлағанда ҡулының ҡайҙа йөрөгәнен белмәй", — тигән пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, пакланыу ҡулды йыуыуҙан башлана. Ә инде намаҙ уҡыу өсөн был ғына етмәй, тәһәрәт алыу кәрәк.
Ғилми китаптарҙа әйтелеүенсә, әҙәм балаһының тәнендә ун миллиард тирәһе төрлө микроб, вирус йәшәй. Йыуынып, кеше уларҙың үҫешенә тотҡарлыҡ яһай. Барыбыҙға ла билдәле колорадо ҡуңыҙын миҫалға килтерәйек. Әгәр беҙ уны ваҡытында сүпләп, күбәймәһен тип ҡарап торһаҡ, картуфыбыҙ уңыш бирәсәк. Ә инде иғтибарҙан ситтә ҡалдырһаҡ, ҡоротҡос бер нисә көн эсендә баҡсаны яланға әйләндерәсәк. Шуның шикелле, тәндә микроб артып китмәһен өсөн, йыуыныу зарур.
Тәһәрәт алыуға килгәндә, иң тәүҙә истинжә ҡылына. Унан ҡулдарҙы беләккә ҡәҙәр өс тапҡыр йыуабыҙ, сөнки иң күп микроб — уларҙа: ишектәрҙе асабыҙ, ябабыҙ, автобусҡа инәбеҙ, күрешәбеҙ һәм башҡалар. Устағы һыҙаттар араһында бысраҡ айырыуса күп йыйыла.
Ҡулдарҙан һуң өс мәртәбә ауыҙ сайҡала, танау, бит йыуыла. Артабан, ҡулды еүешләп, башты, сәсте һыйпап сығабыҙ. Унан аяҡтар йыуыла.
Әҙәм балаһына ауырыу, ғәҙәттә, ауыҙҙан, танауҙан, күҙҙән, ҡолаҡтан инә. Тәһәрәт алғанда, улар бөтөнөһө лә йыуыла. Ошо ғына ла — Исламдың таҙалыҡҡа, паклыҡҡа, сафлыҡҡа өйрәтеүенә аныҡ дәлил. Өҫтәүенә, мосолман көнөнә бер мәртәбә генә түгел, ә һәр намаҙ алдынан тәһәрәтләнә. Бынан тыш, йома, ғәйет ғөсөлдәре бар. Ғөмүмән, һәр саҡ пакланыу, сафланыу.
Ислам дине халҡыбыҙҙы таҙа йәшәргә өйрәтә, тимәк, сәләмәт булырға өндәй. Һаулыҡ иһә — иң ҙур байлыҡ. Аллаһы Тәғәлә һәммәбеҙгә лә йыуынырға, пакланырға насип ҡылһын. Амин.