"Бушлай" тиеүе генә анһат08.02.2013
Өфө ҡалаһында йәшәүсе Хәмитовтар ғаиләһе инвалид ҡыҙҙарын күҙ ҡараһылай һаҡлап үҫтерә. "Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында"ғы Законға ярашлы күп балалы йәки инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә йорт һалыу өсөн бушлай ер бирелә башлағас, Хәмитовтар ишетеү һәләтенән мәхрүм булған балаларына яҡшы шарттар барлыҡҡа киләсәк тип ҡыуана. 2012 йылдың башынан алып бөгөнгә тиклем күп балалы 6 732 һәм инвалид бала тәрбиәләгән 1 228 ғаилә ерле булған. Улар миҫалында социаль программаға бәйле ҡайһы бер мәсьәләләр барлыҡҡа килә лә башланы.

Ил төбәктәре күп балалы ғаиләләрҙе ер менән тәьмин итһә, бары тик Башҡортостан инвалид балалар мәнфәғәтен дә ҡайғырта. Беҙҙә "күп балалы" категорияһына 35 700-ҙән ашыу ғаилә ҡарай, 13,5 мең ғаиләлә инвалид балалар тәрбиәләнә. Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының бүлек начальнигы Рөстәм Ғизәтуллиндың әйтеүенсә, льготалы ғаиләләрҙең яртыһынан кәме сиратҡа торған. "Шулай ҙа ғариза тапшырыусылар һаны арта, исемлек аҙна һайын 150 — 200 кешегә тулылана", — тине ул беҙгә. Ауылдарҙа ер бүлеп биреү буйынса мәшәҡәттәр юҡ, ә ҙур ҡалаларҙа уға ҡытлыҡ килеп тыуҙы. Шуға күрә өфөләр өсөн ерҙе ҡаланан ситтә — Благовещен, Кушнаренко, Иглин, Өфө райондарынан биреү күҙаллана. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы вәкиле Михаил Бабич күп төбәктәрҙең буш ер етешмәүенә зарланыуын Владимир Путинға еткерҙе. Социаль-иҡтисади үҫештең маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшеү мониторингы буйынса РФ Президенты ҡарамағындағы комиссияның беренсе ултырышында яңғыраған һүҙҙәрҙе ил етәксеһе өнәмәне, элиталы йорттарға ер һәр саҡ табыла, тип билдәләне.
— Льготалы ғаиләнең йорт һалырлыҡ мөмкинлеге булмаһа, бирелгән ерҙе һатып, финанс хәлен яҡшырта ала, — тип һығымта яһаны Владимир Путин.
— Былтыр беҙҙең өлкәлә 1 300 ғаилә бушлай ер алған, шуларҙың 8 проценты ғына өй һалыу өсөн документ юллай башлаған. Ерҙең күбеһе икенсел баҙарға сығыр, моғайын. Ул саҡта ергә хаҡтар ҡапыл төшәсәк. Һөҙөмтәлә муниципаль берәмектәр ер һатыуҙан алынған килемдең ҙур өлөшөн юғалтасаҡ, — тип борсолоу белдерҙе Киров өлкәһе губернаторы Никита Белых бер тапшырыуҙа.
Межаланған урындарға инфраструктура үткәреү ҙә муниципаль берәмектәрҙең бәкәленә һуға. Финанс йәһәтенән был эште бер йылда ғына башҡарып бөтөп булмай. Өмөтлө программаның ошондай мәсьәләләренә килеп терәлгән етәкселәр Михаил Бабичтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса яңы тәҡдимен шунда уҡ күтәреп алды. Ул льготалы ғаиләләргә әҙер торлаҡ һатып алыуҙа дәүләт ярҙамын күрһәтеүҙе, йәғни процент ставкаһын һәм тәүге иғәнә өлөшөн ҡайтарыуҙы күҙаллай.
— Йорт һала алмаған ғаиләләргә яйлап түләү шарты менән фатир алыу отошлораҡ булыр ине, — тине ул.
Владимир Путин тәҡдимде хупланы, күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең һөҙөмтәле ысулы тип баһаланы.
Инвалид бала үҫтереүсе Хәмитовтар кеүек йорт һалырға тотонғандарҙың күп түгеллеген, инфраструктураның бүленгән ерҙәргә тиҙ генә барып етмәҫен иҫәпкә алһаҡ, льготалы ипотекаға ла сират ҙур булыр һымаҡ тойола. Михаил Бабичтың әйтеүенсә, норматив-хоҡуҡи базаны үҙгәртеү өсөн документтар әҙерләнгән, тәҡдим яҡын арала Рәсәй Хөкүмәтенә һәм Дәүләт Думаһына индереләсәк.


Вернуться назад