Йәрмәкәйҙәр кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына урынлаштырыу, биналарҙы төҙөкләндереү, кићәйтеү, яћыртыу мәсьәләләренә ҡушҡуллап тотондо һәм бына тигән һөҙөмтәгә өлгәште. Бер нисә ауылда йәй көнө башланған ремонт эштәрен Яћы йыл байрамына теүәлләп тә ҡуйҙылар.
Район үҙәгендәге “Әкиәт” һәм “Ҡояшҡай” балалар баҡсаларыныћ биналары йүнәтелде: йылытыу һәм канализация системалары яћыртылды, иҙән япмаһы алмаштырылды, яћы ишек һәм тәҙрәләр ҡуйылды. Махсус буяуҙар яғылған уйын бүлмәләрен хәҙер танырлыҡ та түгел.
Иҫке Турай ауылындағы “Ләйсән” балалар баҡсаһында ла эш ҡыҙыу барҙы: йылытыу һәм канализация системаларын, иҙән, ишек-тәҙрәләрҙе алмаштырыуҙан тыш, бинаныћ түбәһе яћыртылды. 8 Март ауылындағы балалар баҡсаһына ла яҡшы ремонт яһалды.
Был ҙур эштәргә урындағы бюджеттан 1 миллион һумға яҡын, республика ҡаҙнаһынан 9,5 миллион һум аҡса бүленде.
Йыһаздар алыуға федераль ҡаҙнанан 325 мећ һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәтелде. Әле мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар өсөн ҡорамалдар, кәрәк-яраҡ һатып алына. Йәрмәкәй районы хакимиәтенећ мәғариф бүлеге начальнигы Әбүзәр Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, артабан да был тәћгәлдә эш дауам итәсәк, башҡа ауылдарҙағы балалар баҡсаларын да “Әкиәт”тәгеләй мөғжизә көтә.
P.S. Качественные
ювелирные изделия можно приобрести на сайте capricejewellery.com