Баш ҡалала ике көн өҙлөкһөҙ яуған ҡар коммуналь хеҙмәттәрҙе көсөргәнешле эшләргә мәжбүр итте. Әле урамдарҙы таҙартыу менән 300-ҙән ашыу техника шөғөлләнә. Ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу торлаҡ-файҙаланыу участкаларына беркетелгән, тинеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенећ коммуналь хужалыҡ идаралығында.
— Коммуналь хеҙмәттәр машиналар йөрөй алһын өсөн юлдарҙы таҙартыу сараһын күрә. Эш тәүлек әйләнәһенә бара. Йәмәғәт транспорты күп йөрөгән магистралдәргә төп иғтибар йүнәлтелә. Беренсе сиратта Октябрь проспекты һәм Ленин урамы таҙартыла, — ти коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары Сергей Плотников.
Уныћ һүҙҙәренә ҡарағанда, ошондай ҡатмарлы мәлдә махсус әҙерләнгән майҙансыҡтарға Өфөнән көн һайын 10 мећ кубометрҙан ашыу ҡар сығарыла. Шул уҡ ваҡытта федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал”, М-7 “Волга”, Р-240 “Өфө — Ырымбур” юлдарында хәрәкәт тотҡарланмай. Төндә идаралыҡ ҡарамағында булған федераль юлдарҙа 117 техника эшләне.