Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 180 йыл тулыу уңайынан республикабыҙҙа Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре башланды. Ул бер аҙна дауам итәсәк.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт ҡына түгел, ә ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәте үҫешенә лә тос өлөш индергән шағирыбыҙҙың үҙенсәлекле тормош юлына һәм һоҡланғыс ижадына арналған "Мифтахетдин Аҡмулла һәм мәғрифәтселек осоро" тигән күргәҙмә асылды. Был һәр кемгә яҡташыбыҙ ғүмер иткән осорҙо әҙме-күпме күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итәсәк. Шул уҡ көндө доцент, Аҡмулла премияһы лауреаты Әхәт Вилданов он-лайн режимында студенттарға ҡыҙыҡлы лекция уҡыны.
Кисә Өфө ҡалаһының 9-сы урта мәктәбендә төрки халыҡтарының шиғыр кисәһе булды, педагогия университетында V — ХI класс уҡыусылары өсөн Интернет-олимпиада уҙҙы.
Бынан тыш, киләһе көндәрҙә башҡорт мәғрифәтсеһенең әҫәрҙәрен файҙаланып, юғары уҡыу йортонда асыҡ дәрестәр биреү ҡаралған, үҫмерҙәр шиғыр конкурсында үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ, "Фольклорҙа һәм әҙәбиәттә дини һәм мифологик мотивтар" исемле "түңәрәк өҫтәл" үтәсәк.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда "Мәҙәниәттә һәм мәғарифта мәғрифәтселәрҙең гуманистик мираҫы" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның ойошторолоуы ла эш планына ингән. Шулай уҡ "Башҡортостан – дуҫлыҡ бишеге" тип аталған фольклор байрамы әҙерләнә, әҙәби сара әҙиптең тыуған төйәге Миәкә районында "Аҡмулла нәсихәттәре" тигән кисә менән тамамлана.
Халыҡ-ара Аҡмулла көндәрендә, Рәсәйҙән тыш, Үзбәкстан, Ҡаҙағстандан, йәнә Төркиә, Болгария илдәренән дә ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Илдар АҠЪЮЛОВ