Бушлай хосусилаштырыу тамамлана07.02.2013
1 мартта дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фонды биналарын хосусилаштырыу тәртибендә граждандар милкенә тапшырыу тамамлана, тип хәбәр итә “Росреестр”ҙыћ Башҡортостан идаралығы.
Идаралыҡ етәксеһе Игорь Шеляков әйтеүенсә, 1998 йылдан алып республикала 650 мећгә яҡын кеше торлаҡты хосусилаштырыу хоҡуғын файҙаланған.
— Теркәлгән хоҡуҡтар күләме буйынса ић ҙур күрһәткес 2001 йылда булған, артабан һандар кәмеүгә табан бара, — ти ул.
Рәсәйҙә бушлай хосусилаштырыуҙыћ тамамланыу ваҡыты кисектерелеп килде. Был эште 2010 йылда туҡтатыу ниәте бар ине, әммә ул осорғаса барыһы ла хоҡуҡтарын файҙаланып өлгөрмәне, шуға күрә торлаҡты милеккә алыу мөмкинлеген 2013 йылдыћ мартына тиклем оҙайттылар.
— Фатирҙы граждандыћ милкенә тапшырыу хаҡында договор буйынса хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе ваҡыт менән сикләнмәй. Кешенећ ҡулында хосусилаштырыу договоры бар икән, хоҡуҡты “Росреестр”ҙа 1 марттан һућ да теркәргә мөмкин, — тине идаралыҡ етәксеһе.