Константин Толкачев: “Алданғандар кәмене”07.02.2013
Константин Толкачев: “Алданғандар кәмене”Былтыр депутаттарға хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары эше (13,79 %), урындағы үҙидара (15,5 %), дәүләт һәм сәйәсәт (15,53 %), халыҡҡа торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү (8,7 %) мәсьәләләре буйынса күберәк мөрәжәғәт иткәндәр.

“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә дәғүәләр ике тапҡырға артты. Әлбиттә, был өлкәлә үҙгәреш бара, ләкин эштә сифат яғы аҡһай. Шул уҡ ваҡытта тарифтар артҡандан-арта, был иһә яћынан-яћы проблемалар тыуҙыра. Хәҙер йорттарҙыћ дөйөм мөлкәтен тотоуға, түләүҙәрҙе иҫәпләү тәртибенә бәйле ялыуҙар күбәйҙе”, — тип билдәләй Константин Толкачев үҙенећ Интернеттағы блогында.
Шул уҡ ваҡытта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай етәксеһе торлаҡ мәсьәләләренә бәйле мөрәжәғәттәр һаныныћ 3,5 тапҡырға кәмеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. “Фатир алам тип алданған кешеләр кәмегән. Был проблеманыћ ҡырҡыулығы артта ҡалды, — тип иҫәпләй Константин Борисович. — Ләкин йортто һүткәндә һәм урынына фатир биргәндә хаталарға юл ҡуйыла әле. Күптән түгел телефон ҡуйыуға ҡағылышлы мөрәжәғәттәр күп ине, хәҙер был мәсьәлә тулыһынса хәл ителде”.


Вернуться назад