Иген баҙары тотороҡломо?07.02.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев тарафынан яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеккә һәм иген баҙарындағы хәлгә арнап видеоконференция рәүешендә үткәрелгән кәћәшмәлә ҡатнашты.
Киләһе аҙнанан илдећ Европа өлөшөндәге иген баҙарында тауар интервенциялары башлана. “Мин интервенция фондындағы игенде башҡа майҙандарҙа — илдећ Европа өлөшөндә — һатыу тураһында ҡарар ҡабул иттем”, — тине Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе. Әлегәсә бындай алыш-биреш Себер, Урал һәм Алыҫ Көнсығыш округтарында үткәрелә ине.
Яҙғы сәсеүгә әҙерлек тураһында һөйләп, Дмитрий Медведев, баҫыу эштәрен финанслауға тулайым ихтыяж 263,5 миллиард һум, шул иҫәптән кредит ресурстарына 150 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, тип билдәләне. Хөкүмәт Рәйесе шулай уҡ Рәсәйҙећ Ауыл хужалығы һәм Энергетика министрлыҡтарына ауыл хужалығын яғыулыҡ-майлау материалдары менән ваҡытында тәьмин итеү өсөн саралар күрергә ҡушты.
Дмитрий Медведев кәћәшмәлә Рәсәйҙећ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе шарттарында ауыл хужалығы тармағына күрһәтелгән дәүләт ярҙамыныћ һөҙөмтәлелеген арттырыу кәрәклеген билдәләне. “Ауыл хужалығы эшсәндәренећ дәүләт ярҙамын элеккесә күләмдә алырына иҫәп тотам”, — тине ул. Быйылдан башлап дәүләт ярҙамыныћ яћы ысулы — эшкәртелгән сәсеүлектећ майҙанына ҡарап субсидия биреү — башланасаҡ, тип хәбәр итте Рәсәй Премьер-министры. Уныћ һүҙҙәренә ҡарағанда, был маҡсатҡа федераль бюджеттан 15 миллиард һум самаһы аҡса бүлеү ҡаралған.