Оборонаға иғтибар арта07.02.2013
Оборонаға иғтибар арта23 ғинуарҙан 23 февралгә тиклем, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Мәләүездә лә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм авиация маршалы, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы А.И. Покрышкиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күмәк оборона эше айлығы уҙғарыла.

Ошо сараға арналған тантаналы митингта хакимиәт, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, автомәктәп хеҙмәткәрҙәре, курсанттары, уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашты.
Ҡала хакимиәте башлығы Ф. Исҡужин үҙенең ҡотлауында әйтеүенсә, күмәк оборона эше айлығын үткәреү — Тыуған илде һаҡлаған яҡташтарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә хөрмәт билдәһе.
— Был акция Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә күмәк агитация, хәрби-ватансылыҡ һәм спорт сараларын үҙ эсенә ала. Уларҙың маҡсаты — илдең оборонаға һәләтен нығытыуға, күмәк оборона эшен әүҙемләштереүгә, хәрби-илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү, халыҡты авиация, техник һәм практик спорт төрҙәренә йәлеп итеү, шулай уҡ Оборона йәмғиәтенең эшмәкәрлеге, тарихы һәм бөгөнгөһө, алда торған күләмле бурыстар менән таныштырыу, — тине ул. Артабан ойошма әүҙемселәренә ведомство наградалары тапшырылды.
Митинг тамамланғас, ҡала буйлап автоуҙыш ойошторолдо, яугир-интернационалистар “Чернобыль” АЭС-ындағы фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙең, шулай уҡ хәрби һәм гражданлыҡ бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың һәйкәлдәренә сәскә һалды.


Вернуться назад