Торатау — тәбиғәт ҡомартҡыһы, фәнни, тарихи, эстетик һәм мәҙәни йәһәттән әһәмиәтле, халҡыбыҙ, илебеҙ өсөн ҡиммәтле урын. Ул Пермь дәүеренән һаҡланып, ҡасандыр йәйелеп ятҡан диңгеҙҙәге ваҡ йән эйәләренең ҡалдығынан хасил булған эзбизташтан тора. 1937 йылда — 12-се, 1984 йылда 27-се халыҡ-ара конгрестарҙа ҡатнашыусылар Торатауҙа булып, һоҡланып киткән.
Тауҙа һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә. Ишембай нефть ятҡылыҡтарының, Яр Бишҡаҙаҡ тоҙ ятҡылыҡтарының да барлыҡҡа килеүе ошо шиханға бәйле. Геологтар асыҡлауынса, 230 миллион йыл самаһы элек таш күмер дәүерендә, ер һаҙламыҡтарҙан торған саҡта әле беҙ йәшәгән ерҙә гигант абағалар, ҡырҡбыуын ағастар үҫкән. Аҙаҡ улар нефть барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булған.
Халҡыбыҙ ислам диненә инанмаған мәлдәрҙә тауҙарға менеү, уның байлыҡтарына тейеү бөтөнләй ярамаған. Шуға башҡорттар Торатауға, шулай уҡ башҡа тауҙарға яҡын да килмәгән, һис юғында Тәңренең, тау эйәһенең рөхсәтен алып ҡына яҡынлашҡан.
Ислам диненә инана башлаған йылдарҙан алып Торатау изге урынға әүерелгән. Монгол илбаҫарҙары илебеҙҙә хакимлыҡ иткән дәүерҙә (ХIII—ХIV быуаттар) Торатау хатта Хан сатырын урынлаштырыу урынына әйләнгән. Халҡыбыҙ мәнфәғәтен яҡлап һуғышҡан Турахандың ҡәбере лә ошо тау башында икән, тигән фараз бар.
Ата-бабабыҙ илебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлау өсөн яуға киткән мәлдәрҙә мотлаҡ Торатауҙа йыйылып ант иткән. Тауға ихтирам йөҙөнән уға арнап ҡорбан салып, йыйылған халыҡты һыйлап, ил-йорт хәстәрен хәл иткәндәр. Изге тауыбыҙ Ҡаһым түрә, Килмәк Нурышев, Әхмәтзәки Вәлиди, Ҡарамышевтарҙың эҙен һаҡлай. Ошо тау башында йырсы-шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң тәүге шиғырҙары тыуған.
Һуңғараҡ булған ваҡиғаларҙы белер өсөн Ҡарайған ауылында үҫеп, һуңынан журналист һөнәрен һайлаған Әхмәт Ҡотошовтың (1900 — 1973) һөйләгәненә иғтибарҙы йүнәлтәйек: “Торатау халыҡ һөнәрҙәренә һынау үткәреү урынына әйләнде. Йыл һайын тирә-йүн ауылы йәштәре тауҙың башында үҙҙәренең оҫталығын күрһәтер ине. Май айының сыуаҡлы көнөндә Торатауға менеү байрамы үткәрелә торғайны.
1922 йылда, Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡ булған заманда, башҡорт иленең арҙаҡлы ир-егеттәре, ҡоралайҙай ҡыҙҙары Торатауға менде. Йәштәр янында халҡыбыҙҙы азатлыҡ өсөн көрәшкә күтәреп, дәүләтебеҙҙе булдырыуға үҙ өлөштәрен индергән арҙаҡлы ир-аттар Әхмәтзәки Вәлиди, Әүхәҙи Ишмырҙин, Муса Мортазин, Гәрәй Ҡарамышев һ.б. булды. Был май айының өсөнсө йомаһы ине. Тәғәйенләнгән көнгә Урман-Бишҡаҙаҡ, Ҡарайған, Яр-Бишҡаҙаҡ, Ҡанаҡай, Әхмәр, Ишәй, Сәлих, Смаҡай, Көҫәпҡол, Байғужа, Кинйәбулат, Этҡол, Юлдаш, Тирмән-Йылға, Юрматы һәм башҡа ауылдарҙан барыһы ла Торатау башына ағыла. Араларында оҫта ҡурайсылар, йырсылар, өзләүселәр, бейеүселәр һәм һүҙ оҫталары бар. Һәр тарафта йыр-ҡурай һәм музыка тауышы, уйын-көлкө, шат тауыштар яңғырап тора.
Был сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар араһында “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзитенең баш мөхәррире Дауыт Юлтый, Башҡорт драма театры музыканты, композитор, Ырымбур егете Хәбибулла Ибраһимов, Йөрәктау ауылы егете, яҙыусы Бәхтийәр Миржанов, биология уҡытыусыһы, Туҡ буйы егете Лотфый Ҡаскин, Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Ҡушаевтың ҡатыны Рәбиға Ҡушаева һәм башҡалар бар ине. Лотфый Ҡаскин менән Хәбибулла Ибраһимов күңелле көйгә өҙҙөрөп бейергә төшөп китһә, уларҙы Рәбиға Ҡушаева менән Ҡарайған ауылы егете Мөхәррәм Шәңгәрәев алмаштырҙы. Торатауҙың төньяҡ ситендә Д. Юлтый, ҡуйынынан блокнот сығарып, болоҡһоған күңеленән сыҡҡан шиғыр юлдарын ҡағыҙға төшөрөп уҡып ебәрҙе…” Кем белә, бәлки, Д. Юлтый үҙенең Торатауға башҡа килә алмаҫын һиҙенгәндер? Уға ла бит “халыҡ дошманы” тигән мөһөр тағып, 1938 йылда атып үлтерәләр.
Һуғыштан һуң Торатауға менеү тигән күңелле күренеш бөттө, сөнки тауҙы сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратып алдылар, һуғыш мәлендә әсиргә төшкән тотҡондар өсөн тауҙың көньяғында төрмә ҡорҙолар. Тотҡондар араһында һуңынан Нобель премияһын алған урыҫ яҙыусыһы Солженицын да булған, имеш.
Ҡайһы яҡтан килһәк тә, Торатау — халҡыбыҙ өсөн үтә лә ҡиммәтле урын. Ул — беҙҙең милли символыбыҙ, изгелек сығанағы, йолаларыбыҙға тоғролоҡ билдәһе. Изге тауыбыҙҙы һаҡлау — мөҡәддәс бурысыбыҙ.