Бергә ҡабыҙған усаҡ һүрелмәҫ07.02.2013
Бергә ҡабыҙған усаҡ һүрелмәҫ“Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде”, —
тиһең —
Теләктәрең һинең хаҡ һымаҡ.
Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы
Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.
Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул —
Килер үлем бер саҡ, ят ҡунаҡ.
Ауһам ине шул саҡ бәйгеләрҙә,
Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ.

Зиннурҙың тормошо ла, Мостай Кәримдең ошо шиғырындағы тойғоларға ярашлы, иле, теле, халҡы өсөн янып үтте. Ул һәр нәмәгә, һәр эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны. Тоғро, намыҫлы булды. Әүлиә ине...”

Билдәле төркиәтсе, академик Зиннур Ураҡсиндың һөйөклө ҡатыны Венера Заһит ҡыҙы яҙған был юлдарға сикһеҙ ихтирам, мәңгелек һөйөү тойғолары һалынған. Бер-береһе өсөн генә түгел, халҡы хаҡына өҙөлөп йәшәгән һоҡланғыс парҙың ғүмер юлы күптәргә өлгө булырлыҡ.
Йәштәр тәүҙә Мораҡ педагогия училищеһында белем ала. Күп тә үтмәй, яҙмыш уларҙы тағы ла осраштыра — БДУ-ла бер осорҙа уҡыйҙар. Уй-теләге иш, маҡсат-ниәте уртаҡ заман йәштәренең араһында ҡабынған мөхәббәт берҙәй көслө, ныҡлы була.
— Зиннур университетты тамамламаҫ борон өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы, — тип иҫкә ала бөгөн Венера Заһит ҡыҙы. — Мин I курсты ғына тамамлаһам да, ә Зиннурға тағы бер йыл уҡыйһы ҡалһа ла, йәйге каникулда өйләнешеп, туй яһаныҡ. Ул ваҡытта студенттар араһында беҙҙең кеүек ғаилә ҡороусылар булғылап тора ине. Шундайҙарҙың береһе — Жөүәйрә һәм Риф Зариповтар — менән дүртәүләп дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәй башланыҡ. Киләһе йылдың яҙына ике ғаиләлә лә сәскә кеүек ҡыҙҙар донъяға килде...
Әммә тормош гел ҡыуаныстарҙан ғына тормай шул. Ураҡсиндарҙың түҙемлеген, сыҙамлығын әйләнгән һайын һынап ҡына тора ул. Йәштәр тәүҙән үк барлыҡ ауырлыҡты еңеп сыға — ғаилә башлығының, университетты тамамлап, аспирантураға инеүе сәбәпле дөйөм ятаҡты ҡалдырырға мәжбүр булыу, һөҙөмтәлә аҙ ғына стипендияны фатирға, дәрестә саҡта баланы ҡарап торған әбейгә түләү, ашау-эсеүгә еткерергә тырышыу, йортҡа утын хәстәрләү кеүек бихисап мәшәҡәт араһында Зиннур Ғәзиз улы кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, бер үк мәлдә синонимдар һүҙлеген төҙөй, Венера Заһит ҡыҙы ла университет дипломын ала.
Зиннур Ураҡсиндың исеме, эшмәкәрлеге милләттәштәребеҙгә яҡшы таныш. Ғүмерен халҡына, фәнгә, йәш быуынға белем биреүгә арнаған, йәмәғәт эштәрендә алдан йөрөгән шәхесебеҙ 2007 йылда яҡты донъянан китеп барҙы. Уны һағынып иҫкә алабыҙ, ҡалдырған бай мираҫын — әҙәби, ғилми хеҙмәттәрен, китаптарын — өйрәнәбеҙ, яратып уҡыйбыҙ. Ә ошо бөйөк шәхесебеҙ менән ғүмер юлын бергә үткән, ҡайғы-шатлығын уртаҡ күтәргән, ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙа уң ҡанаты булған ҡатыны хаҡында күптәр белмәйҙер ҙә. Хәйер, ифрат ябай, баҫалҡы, сабыр Венера Заһит ҡыҙы үҙе лә тормошо, хеҙмәт юлы тураһында һөйләргә әүәҫ түгел. Ғүмерен белем биреүгә арнаған уҡытыусының барлыҡ ҡаҙанышын, тырышлығын, тойғоларын өйөндәге бихисап альбом асып һала: бында эшенән, төрлө ведомствонан тапшырылған маҡтау ҡағыҙҙары, һәр уҡыусыһының фотоһүрәте, сәләм һәм рәхмәт хаттары, ижад емештәре ҡәҙерләп һаҡлана. Баш ҡала балаларына башҡорт телен беренселәрҙән булып өйрәтә башлаған уҡытыусы ул Венера Заһит ҡыҙы.
— Үткән быуаттың алтмышынсы йылдары аҙағы. Өфөлә балалар өсөн башҡорт мәктәбе лә, кластары ла юҡ, — тип хәтер ебен һүтә педагог. — Йәш быуын туған телен белмәй үҫерме? Зыялыларыбыҙҙан бер төркөм, ошо мәсьәләне хәл итеүҙе һорап, юғары органдарға йөрөй башланы. Ризалыҡ алып, уҡытыусы кәрәк булғас, миңә мөрәжәғәт иттеләр. Һөҙөмтәлә баш ҡаланың 91-се мәктәбендә башҡорт класы булдырылып, шунда уҡыта башланым.
Артабан әлеге Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы асыла һәм Венера Заһит ҡыҙы унда төп көстәрҙең береһенә әүерелә. Хаҡлы ялға киткәнсе күпме кескәй яҙмыш үтә уның йөрәгенән — бөгөн дә һәр береһен иң яҡын кешеһеләй күңел түрендә йөрөтә. Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, фотоһүрәттәрен, хаттарын, ижад емештәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Уҡыусылары ла остазын онотмай: шылтыратып, хәлен белешеп, байрамдар менән ҡотлай, уй-теләген уртаҡлаша, кәңәш һорай...
Венера Заһит ҡыҙының йылы бөркөлөп торған, гөл-сәскәгә күмелгән күркәм йортонда шундай тәьҫорат тыуа: Зиннур Ғәзиз улы ҡайҙалыр сыҡҡан да бына-бына ҡайтып инер төҫлө. Ғүмер юлдашын өҙөлөп яратҡан, уның рухын күңеленең түрендә һаҡлаған ҡатын ғына ошондай мөхитте булдыра алалыр. Зиннур Ғәзиз улының тамамларға өлгөрмәгән эштәрен аҙағына еткереү — хеҙмәттәрен баҫтырып сығарыу — ниәте менән дә янып йәшәй ул. Былтыр ғалим хаҡында төрлө кешеләрҙең иҫтәлектәренән тупланған “Фәнгә арналған ғүмер” исемле китап та Венера Заһит ҡыҙының йөрәк ҡушыуы буйынса, тырышлығы һөҙөмтәһендә донъя күргән. “Зиннур бер ваҡытта ла бошонманы, төшөнкөлөккә бирелмәне. Ныҡ ауырыу хәлендә лә уфтанманы, ә көлдө. Йәне йәннәттә булыуына ышанам”, — тип тамамлаған ул үҙ хәтирәләрен. Иренә ғүмерлек ихтирам, хөрмәт, уға хас булған һоҡланғыс һыҙаттарҙың мәңгелегенә ышаныс сағылғандай бөйөк ҡатындың был һүҙҙәренән.


Вернуться назад