Бында килеп инеү менән илаһи донъяға сумғандай хис итәһең үҙеңде. Тылсымлы моң һәр баланың йөрәгендә ярала ла, ҡурай, ҡыл-ҡумыҙ, скрипка, флейта һәм башҡа күп төрлө уйын ҡоралдары аша күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртеп, тирә-яҡҡа тарала.
Эйе, был гимназияла йыр-моңдоң асылын бар йөрәге менән тойған һәм уны башҡаларға ла еткерә алған бәхетле балалар йәшәй, белем ала.
Бай тарихлы уҡыу йортон таланттарға ҡанат ҡуйыусы тип тә йөрөтәләр. Уның асылыуына 70 йыл тула. Аталары һуғышта һәләк булған етем малайҙар өсөн 1943 йылдың февралендә ойошторолған һәм хәрби оркестр өсөн музыканттар тәрбиәләү мәктәбе булараҡ эш башлаған уҡыу йортона 1954 йылдан ҡыҙҙарҙы ла ҡабул итәләр. Мәктәпкә 1991 йылда — гимназия статусы, ә 1994 йылда күренекле композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исеме бирелә.
Был уҡыу йортон тамамлаусылар араһында Башҡортостандың дәүләт гимны авторы Фәрит Иҙрисов, Голландия дәүләт симфоник оркестры дирижеры А.
Вакульский, композитор Нур Дауытов, йырсы Радик Динәхмәтов, Ҡазан консерваторияһы профессоры Ш. Низаметдинов кеүек билдәле шәхестәр бар.
Бында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән генә түгел, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡурған һәм башҡа өлкәләрҙән килгән 344 бала уҡый. Уларға 172 кеше тәрбиә һәм белем бирә.
— Беҙҙең төп маҡсат — физик, рухи яҡтан үҫешкән, белем алыуын артабан юғары уҡыу йорттарында дауам итерлек, илебеҙ һәм милләтебеҙ ғорурлығы булырҙай шәхестәр, профессиональ музыканттар тәрбиәләү, — ти гимназия-интернат директоры Эльмира Сафина.
Уҡыусылар ижад өсөн уңайлы мөхиттә йәшәй. Мәктәп төрлө әҙәби-музыкаль кисәләрҙән, күңелле концерттарҙан, байрамдарҙан, түңәрәктәрҙән гөрләп тора. Төп иғтибар балаларҙың музыкаль һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелһә лә, гуманитар, теүәл фәндәр буйынса ла талап ҙур. Бигерәк тә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Филүзә Ишбирҙина, республиканың мәғариф алдынғылары Рәсимә Атанғолова, Гөлбүләк Ғәлләмова күп тырышлыҡ, күңел йылыһы һала. Балалар билдәле яҙыусылар, шағирҙар, композиторҙар, артистар менән осраша, уларҙың ижады менән яҡындан таныша, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала. Шулай уҡ олимпиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урын яулайҙар. 170 самаһы малай һәм ҡыҙ ҡатнашҡан дүрт тынлы оркестр — гимназияның ғорурлығы һәм визит карточкаһы. Өлкән тынлы оркестр (художество етәксеһе — Фәнзир Ниғмәтйәнов) ҡала, республика, Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт призлы урындарға лайыҡ була. Ҡалала үткәрелгән байрамдарҙа мәктәптең барабансы гусар ҡыҙҙарының сығышын дәррәү алҡышлап ҡаршы алалар.
Уҡыусылар музыканы өйрәнеүҙә лә, уҡыуҙа ла һынатмай. Улар гимназияның юбилейын ҙур еңеүҙәр, матур ҡаҙаныштар, күтәренке кәйеф менән ҡаршылай.