Нисек ял итәбеҙ?06.02.2013
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө — байрам көндәре булып тора.
22 февралдә йома һәм 7 мартта кесе йома көндәре эш оҙайлығы 1 сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 15 октябрендәге “2013 йылда ял көндәрен күсереү тураһында”ғы ҡарары менән, ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында, ял көнө 25 февралдәге дүшәмбенән 10 майҙағы йомаға күсерелә. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһында 23, 24 февраль, 8, 9 һәм 10 март, байрам көндәре булғанлыҡтан, ял көндәре булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә, өҫтәмә йыллыҡ йәки төп йыллыҡ түләүле отпуск биргәндә, 23 февралдәге һәм 8 марттағы байрам көндәре отпускыға индерелмәй.