Бына һиңә “сәнғәт әһеле”…06.02.2013
Бер нисә аҙна элек Салауат ҡалаһында фатиры тәҙрәһенән балалар баҡсаһына ҡаршы ут асҡан Рәмил Моратшин хаҡында яҙғайныҡ инде. Билдәле булыуынса, мәғәнәһеҙ ҡылыҡтың аҙағы ла күңелһеҙ: штурм ваҡытында ир һәләк булған.

Шәхси тормошонда уңышһыҙлыҡ кисергән, эшһеҙ ятҡан, ир уртаһын үткән уҙамандың башында ниндәй уйҙар ҡайнағанын, ҡыҙғаныс, бер ҡасан да белеп булмаясаҡ. Ә бына Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем алған, тимәк, матурлыҡҡа, илаһилыҡҡа табынған студентҡа ҡырағай ҡылығының сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡлау органдарына әле оҙаҡ аңлатырға тура киләсәк. Мәғлүм булыуынса, егет баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан фатирының балконына сығып, ҡаршылағы 127-се мәктәптең тәҙрәләренә пневматик ҡоралдан ут асҡан. Әйткәндәй, эргәһендә һөйгән ҡыҙы ла булғас, “һунарсы” үҙен батыр һәм ҡыйыу итеп күрһәтергә теләнеме икән? Хәйер, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә студент үҙ ҡылығын “һөнәри ихтыяж” менән аңлатҡан: йәнәһе, тиҙҙән академияла сәхнәләштереләсәк пьесала ул бандит ролен уйнаясаҡ, ә актерлыҡ һәләтен үҫтереү өсөн тәжрибә мөһим. Ошо кешене киләсәктә сәнғәт әһеле тип күҙаллап ҡара инде…
Был көндәрҙә башҡа һыймаҫлыҡ тағы бер хәл мәғлүм булды: Өфөлә, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы бинаһы алдында шартлатҡыс табылған. Тротуарҙа хужаһыҙ ҡара пакет ятыуы хаҡында битараф булмаған үткенселәр полицияға хәбәр иткән. Пластик контейнерҙағы ҡатнашманың аммиак селитраһы һәм алюминий ононан торғанлығы асыҡланған. Шартлатҡысты эшләтеү өсөн ҡәҙимге батарейкалар ғына етмәгән. Белгестәр билдәләүенсә, әгәр ҙә яуыз әҙәм хаяһыҙ ниәтен бойомға ашырһа, тиҫтәләгән кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янар ине. Әлеге ваҡытта Енәйәт кодексының “Законһыҙ ҡорал етештереү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, ғәйеплеләрҙе эҙләйҙәр.


Вернуться назад