Киҙеү баш бирмәй06.02.2013
Йылдың бишенсе аҙнаһында ла киҙеү һис тә хакимлығынан баш тартырға уйламай. Ошо ваҡыт эсендә республикала 36 967 кеше киҫкен респиратор вируслы сирҙәргә һәм грипҡа юлыҡты. Ауырыуҙарҙың 60 проценты — 15 йәшкә тиклемге балалар.

Алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыу кимәле 1,5 процентҡа артты. Гриптың 31 осрағы теркәлгән, шул иҫәптән, 21-е — Өфөлә.
Быйылғы миҙгелгә хас киҙеү күп йыллыҡ уртаса кимәлдән 25,6 процентҡа юғарыраҡ. Өфөлә һуңғы аҙнала 11 115 кеше сирләгән, күпселеге — 15 йәшкә тиклемге балалар. Шулай итеп, өфөләрҙең ауырыу кимәле аҙналыҡ эпидемик сиктән 98,7 процентҡа күтәрелде. Лаборатор тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, республика биләмәһендә грипп вирустарының өҫтөнлөк итеүе асыҡланды.
Аҙна эсендә киҙеүҙең киң таралыуы һөҙөмтәһендә алты мәктәп, мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеһы, мәктәп-интернат һәм профессиональ-техник училище ваҡытлыса ябылды.


Вернуться назад