Эскән, имеш...14.12.2011
Учалы районында иҫерек егеттең күңел асыуы һөҙөмтәһендә барлыҡ ҡала полицияһы аяҡҡа баҫҡан.
Төн уртаһы етеп килгәндә ул, дежур телефонға шылтыратып, ҡала үҙәгендәге Ленин майҙанына шартлатҡыс һалынған, тип хәбәр иткән. Хәүеф сигналы буйынса күтәрелгән эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре майҙан янындағы йорттарҙан тиҫтәләрсә кешене эвакуациялаған, кинологтар тирә-йүндә тикшереү үткәргән. Тиҙ арала шылтыратыуҙың ялған булыуы асыҡланған. "Шаян" егетте йәһәт тапҡандар: ул ҡала эргәһендәге ауылдарҙың береһендә йәшәй. 24 йәшлек әҙәм ҡырын ҡылығын алкоголле эсемлекте артыҡ ҡулланыуы менән аңлатырға маташһа ла, был аҡланыу өсөн сәбәп түгел: уға 200 мең һум штраф түләргә йәиһә өс йылға тимер рәшәткә артына ултырырға тура киләсәк.


Вернуться назад