Белорус ерендә лә юғалып ҡалманы06.02.2013
Белорус ерендә лә юғалып ҡалманыКешене яҙмыш йөрөтә, тиеүҙәре дөрөҫтөр ул. 1975 йылда Нефтекамала төҙөлә башлаған автомобилдәр заводына эшкә урынлашырға тип киткән Ринат ағайымдың алыҫ Белоруссияға барып юлығыуын башҡаса нисек аңлатмаҡ кәрәк?! Уның менән бергә тағы ла биш йәш инженерҙы предприятие асылғанға тиклем эш тәжрибәһе туплау өсөн Минскиҙағы «БелАЗ» берекмәһенә бер йыллыҡ стажировкаға ебәрәләр. Ваҡыты еткәс, йәш белгестәрҙең бишәүһе Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты. Ә ағайым, Белоруссияла яҙмышын осратып, бөтөнләйгә унда ҡалды.

...Валя менән улар 8 Мартта уртаҡ таныштарында осраша. Ринатты ҡыҙҙың тыйнаҡ мөләйемлеге, үҙен тәбиғи тотоуы йәлеп итһә, иғтибарлы, ыҫпай егет тә Валяның күңеленә ята. Осрашып аралаша башлағас, икеһенең дә ауыл уҡытыусылары ғаиләһендә тыуып үҫеүе, атайҙарының утлы һуғыш юлын үткән уҙамандар булыуы, үҙҙәренең дә холоҡ-фиғелдәренең, бала саҡ хәтирәләренең оҡшашлығы уларҙы тағы ла яҡынайта. Һөҙөмтәлә 1976 йылдың авгусында Башҡортостандан туғыҙ ағай-энегә, самолетҡа ултырып, Белоруссияның Гомель өлкәһенә туйға барып ҡайтырға тура килә.
Ул йылдарҙан һуң байтаҡ ғүмер үтте, күп һыуҙар аҡты. Ринат менән Валентина, өрлөк кеүек ике ул үҫтереп, башлы-күҙле итте. Юрий һәм Светлана, Руслан һәм Марина уларҙы өс ейән менән ҡыуандырҙы. Еңгәбеҙ өс йыл инде хаҡлы ялда, тәмле аштар бешереп, ағайымды эштән көтөп ала, ейәндәрен ҡараша. Оло йәштәге әсәһен ауылдан Минскиға күсереп алып килеп, уны ла хөрмәтләп тәрбиәләй. Йорттарындағы ысын-ысындан йылы мөхит, үҙ-ара ихтирам яратҡан еңгәбеҙҙең бөтмәҫ күңел йомартлығынан, тәрән аҡылынан, сабырлығынан, ғаиләлә атай абруйын күтәрә белеүенән киләлер ул.
Ике йыл элек 60 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, ағайым әлегә эшен ташламай. Ул эшләгән завод директоры ла: "Ринат Ильяс улы, хаҡлы ялға ашыҡмауығыҙҙы һорар инем. Һеҙ китһәгеҙ, тере ҡулһыҙ ҡалырмын кеүек. Минең пенсия йәшенә еткәнде көтөп тороғоҙ – бергәләп китербеҙ", — ти уға.
Эше ябайҙан түгел. Ул сирек быуаттан ашыу эре панелле йорттар етештереү заводында баш механик вазифаһын башҡара. Был бурыстың ни тиклем ҡатмарлы һәм күп төрлө булыуын аңлау өсөн шуны әйтеү ҙә етә: станоктарҙан башлап әҙер продукцияны тейәүҙә ҡулланылған крандарға тиклем барлыҡ механизмдарҙың көйлө, ышаныслы эшләүе тап баш механик бүлегенә йөкмәтелгән. Конвейерҙың бер генә звеноһы сафтан сыҡһа ла, тотош бер цех, хатта бөтөн предприятие туҡтап ҡала тигән һүҙ. Ҡорамалдарҙың төҙөклөгө хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын тәьмин итеүҙә лә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
Техниканы ваҡытында ремонтлау, заманса яңы өлгөләр менән алмаштырыу буйынса көндәлек эштәргә бүлек коллективын оҫта йүнәлтә белеүе, етәкселәр һәм үҙенең ҡул аҫтындағылар менән уртаҡ тел табып, аңлашып эшләүе һөҙөмтәһендә Ринат ағайым заводта ҙур абруй ҡаҙанған. Ошондай уҡ бер нисә предприятиены үҙ эсенә алған, Белоруссияның баш ҡалаһында иң алдынғы төҙөлөш ойошмаларынан һаналған «МАПИД» акционерҙар йәмғиәтенең Почет таҡтаһына ҡуйылған фотоһүрәте, маҡтаулы «Предприятие ветераны» исеменә лайыҡ булыуы ағайымдың намыҫлы хеҙмәте, талапсан етәксе, яуаплы белгес булыуы тураһында һөйләй.
Өлкән улдарының, институт тамамлап, ошо уҡ заводта эш башлауына ла тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте – Юрий транспорт участкаһына етәкселек итә. Ул да предприятие етәкселегенең, хеҙмәттәштәренең ышанысын, ихтирамын яулаған. Атаһы, ағаһы кеүек үк юғары белемле инженер Руслан иһә шахталар өсөн ҡатмарлы техника етештереүсе предприятиела директор урынбаҫары булып эшләй.
Ял көндәрендә туғыҙ кешенән торған Аҡбулатовтар ғаиләһе, ата-әсә йортонда йыйылып, күңелле аралаша, яңылыҡтарын уртаҡлаша, яратҡан өләсәләре Агриппина Михайловнаның хәүефле лә, ҡаһарман да партизан тормошо хаҡындағы хәтирәләрен тыңлай. Йәйҙәрен барлыҡ ғаилә менән дачаға юл тоталар. Минскиҙан 60 – 70 саҡрым алыҫлыҡтағы ауылдан ер һатып алып, күмәк көс менән ике ҡатлы матур йорт һалдылар. Унда һәр кемгә урын етерлек – ейәндәр өсөн яҡты, иркен уйын залы ла, өлкән өләсәй ял итерлек йылы бүлмә лә ҡаралған.
Ун ете сутыйҙа ағас-ҡыуаҡтарҙың, сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Йәшелсә, емеш-еләк ҡотороп уңа, йәй ашап туйғандан тыш, ҡышҡылыҡҡа ла әллә күпме ризыҡ әҙерләй Валя килендәре менән. Дача участкаһының бер мөйөшөндә иһә Ринат ағайымдың ғорурлығы – тиҫтәнән ашыу умарта ҡуйылған. Олатайым, әсәйемдең яратҡан шөғөлөнә тотоноу уйы уға дүрт-биш йыл элегерәк килә. Өс күстән башланған умарталығы шулай йылдан-йыл киңәйә бара. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ныҡлап тотонмаҡсы ул умартасы эшенә. Күстәнәскә ебәргән балын тәмләп, Башҡортостандағы туғандар Ринат ағайҙың башланғысын хупланы, атай-олатайҙар йолаһын белорус ерендә дауам итеүенә ихлас һөйөндө.
Ғөмүмән, беҙ ағайымдың ғаиләһенән, хеҙмәтенән уңыуына ҡыуанабыҙ, ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Ауырғазы районының Усман ауылындағы яҡташтары, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты) бергә уҡыған дуҫтары, Өфө авиация институтында белем алған һабаҡташтары ла уның һоҡланғыс тормош юлы тураһындағы ошо бәләкәй генә һүрәтләмәне уҡып шатланһын ине.


Вернуться назад