Яңы хеҙмәт төрө06.02.2013
Рәсәй почтаһы универсаль Түләү порталын ғәмәлгә индерҙе. Ошондай хеҙмәт күрһәтелгән 30 төбәк иҫәбендә Башҡортостан да бар. Түләү порталы ярҙамында Интернет селтәренә инеү мөмкинлеге булған урында уңайлы ваҡытта хеҙмәт өсөн иҫәпләшергә мөмкин.
Республика халҡы Рәсәй почтаһының төбәк сайтына инеп ошо сервис ярҙамында Интернет-провайдерҙар, кабелле телевидение, телефон һәм мобиль элемтә өсөн, шулай уҡ ЮХХДИ штрафтарын, тикшереп, түләй ала. Аҡса күсереүҙе раҫлау өсөн банк мисәте ҡуйылған ҡағыҙ алырға мөмкин. Бынан тыш, портал аша ҡылынған ғәмәлдәр тарихы системала һаҡланасаҡ.
"Яңы сервис элемтә бүлексәләрендә сиратты бөтөрөүгә булышлыҡ итә, клиенттарҙы күпләп ылыҡтырыу мөмкинлеген бирә", — тине Башҡортостандың федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов.
Рәсәй почтаһының Түләү порталында хеҙмәт күрһәтеүселәр исемлеге даими арта. Быйыл уларҙың һанын Рәсәйҙең 80 төбәгендә 15 меңгә еткереү күҙаллана.