Бер кем дә эшһеҙ йөрөмәне06.02.2013
Ғаиләлә иң өлкәне инем, минән бәләкәй өс ҡустым, һеңлем бар. Һәр кемдең өйҙә үҙ бурысы булды. Атайым менән әсәйем көн-төн колхоз эшендә, иртән сығып китәләр ҙә кис ҡайталар. Мин уларҙың, шуны эшләгеҙ йә быныһын, тип әйткәнен хәтерләмәйем дә.

Тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифаттар, әҙәбиәткә, сәнғәткә һөйөү ғаиләлә һалынған тип уйлайым. Әсәйем йомортҡа, май һатып, гәзит-журнал алдырҙы. Ял көндәрендә, ғаилә менән йыйылышып, радионан спектакль тыңлай инек. Артистарҙы тауышынан танып бөткәйнем.
Ғаиләбеҙҙә үҫкән сағымды күҙ алдыма килтерһәм, әкиәттәге бер мөғжизә кеүек. Бер ҡасан да бер кем дә эшһеҙ торманы. Йылдың миҙгеленә ҡарап шөғөлө табыла торҙо. Иң иҫтә ҡалғаны, моғайын, ҡышҡы кистәр булғандыр. Атайым быйма төпләй, әсәйем шәл, ойоҡ-бейәләй бәйләй.
Яҙға табан атайым мурҙа, тауыҡ, ҡаҙ ояһы, кәрзин үрә, әсәйем балаҫ һуға, ә малайҙар атайым менән бергә. Атайым: "Эшләмәһәгеҙ ҙә, ҡарап тороғоҙ, өйрәнегеҙ", — ти торғайны. Шаршау ҡороп һикене сәхнә итәбеҙ ҙә концерт ҡуябыҙ. Бындай кистәр бигерәк тә Миәкә районында йәшәгән олатайым килгәндә йыш ҡабатлана торғайны. Ҡысҡырып китап уҡыуҙарҙы иҫкә төшөрәм дә хәҙер ғәжәпләнәм. Һ. Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”, З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романдарын III — IV кластарҙа уҡығанмын. Эшемдә, тормошомда ниндәйҙер уңыштарға өлгәшкәнмен икән, тик ғаиләмә бурыслымын.
Көҙ һыйыр, башмаҡтар ужым баҫыуына китә торғайны. Шуның өсөн көтөүгә ҡаршы барып алабыҙ. Бер мәл уйынға мауығып онотҡанбыҙ. Атайыбыҙ, тапмайынса ҡайтмағыҙ, тип сығарып ебәрҙе. Ҡараңғы төн, ямғыр һибәләй... Үҙе беҙгә күренмәй генә арттан күҙәтеп килә икән (аҙаҡтан һөйләне). Шунан һуң һәр нәмәне ваҡытында эшләргә, яуаплы булырға өйрәндек тә инде.
Атайым: ”Ҡыҙым атҡаҙанған уҡытыусы була”, — тип һәр ваҡыт дәртләндереп торҙо, балаларға белем биреүемде теләне. Атҡаҙанған булмаһам да, уларға оҡшарға тырыштым. Әле лә нимә генә эшләһәм дә, атайым ни әйтер ине икән, тип уйлайым. Эшемә байрамға барған кеүек барҙым, ял ваҡытында ла балаларҙы һағындым.
Утыҙ биш йыл уҡытыусы булыу дәүерендә, һөнәремде дөрөҫ һайланыммы, тигән уй бер ҡасан да башыма килмәне. Эшемдән һәр ваҡыт ҡәнәғәтлек алғанға, ауырлығын һиҙмәнем, сөнки беҙҙең ғаиләлә белемгә ынтылыш тәрбиәләнде.


Вернуться назад