"Ашҡаҙар" ниңә һөйләмәй?06.02.2013
Бер нисә йыл элек «Ашҡаҙар» радиоһы һөйләй башланы һәм ошо ваҡыт эсендә республикабыҙ халҡының күңеленә юл тапты. Үкенескә ҡаршы, һуңғы ваҡытта бөтә ерҙә лә «Ашҡаҙар»ҙы тыңлай алмайҙар. Гәзит уҡыусылары менән аралашҡанда беҙгә лә ошо хаҡта йыш ишетергә тура килә.
Стәрлебаш районынан Әхсән Аҡсулпанов шулай тип зарланды:
– «Ашҡаҙар» радиоһы – тормошобоҙҙоң бер өлөшө. Бай йөкмәткеле тапшырыуҙарын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый, Ғәлимов Сәләм, Рәми Ғарипов, Заһир Исмәғилев, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Арыҫлан Мөбәрәков һәм башҡа мәшһүрҙәребеҙ хаҡындағы фәһемле тапшырыуҙар күңелдә оҙаҡ һаҡлана.
Был хаҡта «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына мөрәжәғәт иттек, әммә улар, мәсьәләне үҙебеҙ генә хәл итә алмайбыҙ, аҡса кәрәк, ти.
Был каналды тыңлай алмауға Салауат ҡалаһынан Фоат Баянов та ҡайғыра:
– Унда төрлө осорҙа халҡыбыҙ яратып йырлаған һәм тыңлаған йырҙар яңғырай, фәһемле, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар бирелә ине. Радиоканалдың директоры Миләүшә Ғәлиеваның әйтеүенсә, уның эше финанслау булмауы арҡаһында туҡталған, теләгән кеше Интернет селтәре аша онлайнда тыңлай ала. Әммә ололарҙың барыһында ла компьютер юҡ. Шулай уҡ радионы беҙ баҡсала ла, машинала ла тыңлай инек. «Ашҡаҙар» радиоһы – күңел асыу каналы ғына түгел, ул башҡорт телен, тарихын, йолаларын һаҡлаусы, пропагандалаусы ла. Шуның өсөн ул беҙгә бик кәрәк.