Дауаһы ла шәп, хаҡы ла арзан06.02.2013
Күптән түгел ейәнсәрем Миләүшә менән Красноусол балалар шифаханаһында дауаланып, ял итеп ҡайттыҡ. Тәьҫораттарым тураһында яҙмай булдыра алманым.
Республикабыҙҙың бай, хозур тәбиғәтле төбәгендә урынлашҡан шифаханала йыл әйләнәһенә балалар һаулығын нығыта, шул уҡ ваҡытта уҡырға ла өлгөрә. Бының өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: төрлө уҡыу әсбаптары, китап һәм гәзит-журналдарға бай китапхана, уҡыу кластары бар. Уйын бүлмәләре, дискотека, спорт залдары эшләй.
Ашҡаҙан, терәк-хәрәкәт ағзалары, тире ауырыуҙарын уңышлы дауалайҙар бында. Шифаханала утыҙҙан ашыу һыу, ләм һәм физиотерапия процедуралары киң ҡулланыла: минераль ванналар, галотерапия һәм ароматерапия, ингаляциялар, һауыҡтырғыс душ, һыу аҫты, механик ысул һәм ҡул ярҙамында яһалыусы массаждар, физкультура, кислород коктейле, электр йоҡоһо һәм башҡалар.
Өлкәндәр өсөн ашҡаҙан һәм эсәктәрҙе монитор ысул менән таҙартыу, һыу аҫтында умыртҡа бағанаһын тарттырыу, бассейнда йөҙөү һәм башҡа күп төрлө процедуралар бар. Хаҡтарҙың юғары булмауы ла оҡшаны.
"Әсә һәм бала" бүлексәһендә йәшәнек. Ике һәм өс урынлы, уңайлы, заманса йыһазландырылған бүлмәләр ҡупшы, зауыҡлы.
Ейәнсәрем һаулығын нығытты, уҡыны, үҙенә яңы дуҫтар тапты. Барыһы менән дә аралашып, күңелле ял иттек һәм дауаландыҡ.
Тәүлек әйләнәһенә барлыҡ һорауға ла яҡты йөҙ менән яуап биреүсе хеҙмәткәрҙәргә, табиптарға, шифахананың баш табибы Әмирйән Сәфәрғоловҡа ихлас рәхмәтемде белдерәм.
Әмирйән Суфиян улына үтенесем дә бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күркәм шифахана тураһында күп кеше белмәй. Ял итеү, дауалау процедуралары, хаҡтар тураһында халыҡҡа еткереүегеҙҙе һорайым. Республикабыҙҙа ошондай ҙа мөғжизәле дауалау учреждениеһы барлығын белеп, һеҙгә килеүселәр артһын. Ысын күңелдән ҙур рәхмәт, уңыштар теләйбеҙ.