Төбәктең үҙенсәлеге – йылҡысылыҡ14.12.2011
165 йыллыҡ тарихы булған "Өфө" дәүләт завод атлыҡсаһы "йылҡысылыҡ заводы" тип үҙгәртелде. Шулай итеп, хәҙер республикала был тармаҡ буйынса 12 тоҡомсолоҡ хужалығы, дүрт завод барлыҡҡа килде.
Предприятие Башҡортостанда тоҡомло аттар менән эшләү буйынса төп үҙәк булып тора. Рәсәйҙең ошондай уҡ 47 дәүләт учреждениеһы араһында ул нәҫелде дауам иткән тоҡомло айғырҙар һаны буйынса – беренсе урында. Әлеге көндә бында төрлө тоҡомға ҡараған 109 баш йылҡы аҫрала.
Йылҡысылыҡ – республикаға хас тармаҡ. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – икенсе, ҡымыҙ етештереү буйынса беренсе урынды биләй (46 районда 232 ҡымыҙ фермаһы бар).