Әлдә дуҫтар бар әле06.02.2013
Шулай тип хаҡлы рәүештә ғорурланып әйтәбеҙ гәзитебеҙҙең тынғыһыҙ дуҫтары, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән үҙенсәлекле хаттар менән редакция почтаһын байытҡан авторҙарыбыҙ хаҡында. Көндәлек тормош мәшәҡәттәренән арынып, беҙҙең менән даими бәйләнештә булыуығыҙ гәзитебеҙҙе фәһемле, бай йөкмәткеле итеп сығарыуға булышлыҡ итә.

Яңы йылдың тәүге айында ла “гәзит ене” ҡағылған егәрле авторҙарыбыҙ – Илдар Ғәбитов, Мәхмүт Хужин, Самат Ғәлиуллин, Зөһрә Ҡотлогилдина, Рияз Мәсәлимов донъялағы хәлдәр, илебеҙ сәйәсәте, иҡтисадына ҡарата үҙ ҡарашын белдереп барҙы. Әнүәр Сөләймәнов, Зәйфә Сәлихова, Рима Ҡотлоғәлләмова, Ансар Нуретдинов, Рөстәм Хәлимов, Камил Аҙнаев, Гөлшат Әхмәтҡужина, Риф Мифтахов, Алик Сәйетҡолов, Дамир Шәрәфетдинов, Сәлимйән Ғүмәров, Гөлназ Мусина, Кәбир Аҡбаш, Кәрим Булат, Лира Әхмәт-Яҡшыбаева, Фидат Юнысов, Зәки Әлибаев, Хәлил Сафиуллин, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ләлә Бейешова, Рифҡәт Сабиров, Рәшиҙә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Аҡбулатованың яҙмалары ла гәзиттә даими баҫылды. Ә инде Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес мәктәбе уҡыусыһы Гөлназ Хәсәнованың төплө мәҡәләләре гәзитебеҙҙең бер табышы булараҡ баһаланды.
Бәләбәйҙән Мансаф Ғарифуллин Салауат районының Малаяҙ ауылынан Валерик Шәрәфетдиновтың “Үҙ ысулым бар, шуға бәрәңгем уңа” тигән мәҡәләһенә ҡарата: “Үҙемә күп нәмә алдым. Ябай, аңлайышлы итеп яҙылған. Киләсәктә баҫмала ошондай тәжрибә уртаҡлашыуҙар күберәк булһын ине”, – тип теләген белдергән.
Ҡул эше оҫталарын халыҡҡа еткереү ниәтенән иғлан ителгән “Һөнәрмән” конкурсын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. “Ҡәләмгир” конкурсы быйыл да дауам итә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына ҡарата “Башҡортостан – ғәзиз ерем” ижади бәйгеһендә ҡәләмегеҙҙе һынап ҡарағыҙ.
Һеҙҙән фәһемле, бай йөкмәткеле хаттар көтәбеҙ.


Вернуться назад