Донъяла иң ҡәҙерле кешеләребеҙҙең береһе — Ишембай районының Этҡол ауылында тыуып үҫкән, барыбыҙ өсөн дә янып-көйөп йәшәүсе Фәнил Мөхәрәм улы Вәлитовты 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Оло, тынғыһыҙ хеҙмәт юлы үткән атайыбыҙҙың фиҙакәрлеге, ихласлығы, кешелеклелеге күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Тәүҙә ул "Салауатнефтеоргсинтез" берекмәһендә ҡоролма начальнигы, партияның Ишембай ҡала комитетында — инструктор, "Рәсәй почтаһы"ның Ишембай ҡала һәм район бүлексәһе начальнигы, аҙаҡ Ишембай район Советы секретары вазифаларын намыҫ менән башҡарҙы. Тырышлығы, өлгөрлөгө Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы, тиҫтәләгән Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән баһаланды. "Хеҙмәт ветераны" исемен дә лайыҡлы йөрөтә ул.
Атайыбыҙ оло ғаиләбеҙҙең — ҡорос таянысы, кәңәшсеһе. Өс ҡыҙын-йондоҙон да уҡытып, матур туйҙар яһап, оло тормош юлына баҫтырҙы. Әсәйебеҙ Люциә Миниәхмәт ҡыҙы менән беҙҙе һөйөндөрөп оҙаҡ йылдар йәшәһендәр ине, тип теләйбеҙ. Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, имен, бәхетле тормош юлы насип итһен Хоҙай!
Ҡояш йылыһына йыйылғандай
Һыйынабыҙ һинең яныңа.
Тормош йәмен, матурлығын тойоп,
Йәшә, атай, йәшә тағы ла!
Иң изге теләктәр менән ҡатының, туғандарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең исеменән ҡыҙҙарың Луиза, Руфина, Гөлназ.