Һорауҙар күп, яуап эҙләйек!06.02.2013
Һорауҙар күп, яуап эҙләйек!Донъяла глобаль үҙгәрештәр барған, барлыҡ төшөнсәләр һәм мәғәнәләр, ҡандар һәм аңдар, тарихтар һәм халыҡтар, ерҙәр һәм серҙәр буталған был болғауыр заманда милләт үҙен нисек һаҡлап ҡалырға тейеш һуң? Бөгөн был мәсьәлә аҙ һанлы милләттәрҙе лә, бер нисә миллион вәкиле булғандарын да берҙәй үк борсой. Үҙ милләтенең киләсәк яҙмышына битараф булмаған зыялылар һаҡланып ҡалыуҙың төрлө юлдарын тәҡдим итә.

Берәүҙәр замандың иң алдынғы фәнни-ғәмәли ҡаҙаныштарын, яңы технологияларҙы файҙаланып, милләт мотлаҡ рәүештә яңыртыу юлына аяҡ баҫырға тейеш тип тапһа, икенселәр, барса тереклектең йәшәү-йәшәмәү халәте Хаҡ Тәғәлә ҡөҙрәтенән килә, шуның өсөн милләттең дингә килеүе фарыз, һәм был берҙән-бер дөрөҫ юл, тип белдерә. Өсөнсөләр рухыбыҙ асҡысы туған телебеҙҙә, боронғо йырҙарыбыҙҙа, ҡурайыбыҙҙа, бейеүебеҙҙә, ғөмүмән, милли мәҙәниәтебеҙҙә, сәнғәтебеҙҙә, әҙәбиәтебеҙҙә, шуға күрә ошо ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға һәм үҫтерергә кәрәк, тиһә, дүртенселәр, әгәр ҙә беҙ "сәйәсәт бысраҡ нәмә" тип уның менән шөғөлләнмәй ҡурай тартып ҡына ултырһаҡ, сәйәсәт үҙе беҙҙең менән шөғөлләнәсәк, тигән лозунг менән әүҙем сәйәсәт юлына баҫырға саҡыра, бишенселәр милли мөхитте булдырыу, уны нығытыу мөһим тип иҫәпләп, боронғо йола-традицияларыбыҙҙы, шул иҫәптән ырыусылыҡ хәрәкәтен тергеҙеүҙе маҡсатҡа ярашлы тип һанай. Алтынсылар: "Ауыл — милләттең сәңгелдәге, шуға күрә ауылды һаҡлау милләтте һаҡлауға тиң", — тип төп көстәрҙе ауылды һәм ерҙе һаҡларға саҡырһа, етенселәр, бигерәк тә йәштәр, киреһенсә, ҡалаларҙа милләттең күберәк тупланыуын, урбанизацияны хуп күрә. Һигеҙенселәр бар нәмә аҡсаға ҡоролған заманда милләт яҙмышын байлыҡ хәл итәсәк тип, шуның өсөн эшҡыуарлыҡты үҫтерергә ынтылһа, туғыҙынсылар һан буйынса артыу мөһим, һан үҙ сиратында үҙенән-үҙе сифатты билдәләйәсәк тип, күберәк үрсеүҙе хуп күреп, үҙ ҡарашын белдерә. Унынсылар, ҡатнаш никахтар арҡаһында милли рух кәмей, тап шундай никахтан тыуғандар күберәк ассимиляцияға дусар була, әгәр ҙә милләттә 10 проценттан күберәк ҡатнаш никах осрағы күҙәтелһә, ундай милләт юғалыуға дусар, шуның өсөн беҙгә ҡатнаш никахтарҙан арынырға кәрәк, тип сығыш яһаһа, ун беренселәр...
Ошо ғәмәл һәм юлдарҙың ҡайһыһы иң мөһиме һәм иң дөрөҫө булып иҫәпләнә ала һуң? Әлбиттә, бында һәр кем үҙенә яҡыныраҡ булған өлкәне алғараҡ сығарырға тырышасаҡ һәм бының менән хаҡлы ла буласаҡ. Шуға күрә тик бер генә юлды иң дөрөҫө тип атай алабыҙмы? Әгәр ҙә атай алмаһаҡ, ни өсөн бер генә юл иң дөрөҫө була алмай? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп ҡарайыҡ.
Элегерәк үҙәк телевидениенан Юрий Сенкевичтың "Киносәйәхәтселәр клубы" тигән бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле тапшырыуҙары бара торғайны. Уның 80-се йылдарҙа күрһәткән океан уртаһындағы бер утрауҙа йәшәгән халыҡ тураһындағы тапшырыуын һис тә оноторлоҡ түгел. Был хаҡта һөйләгәнем дә, яҙғаным да булды, әммә көн һайын иҫкә төшөрөп торһаң да артыҡ булмаҫ кеүек. Ни өсөн тигәндә, исеме хәтерҙә ҡалмаған был халыҡтың аяныслы яҙмышы хәҙерге заманда барлыҡ милләттәргә лә әсе ғибрәт, оло һабаҡ булырлыҡ.
Тапшырыуҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе шулайыраҡ. Океан уртаһындағы бәләкәй генә бер утрауҙа гүзәл тәбиғәтле һоҡланғыс халыҡ йәшәгән. Тәбиғәт шарттарының йыл әйләнәһенә яҡшы килеүе, емеш-еләктең күтәргеһеҙ күп булып, емерелеп уңыуы утрау халҡының тормошон ожмахҡа тиң иткән. Улар тәбиғәт ни бирһә, шуның менән туҡланып, балыҡ тотоп, емеш-еләк тиреп, иген үҫтереп, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп йәшәй биргән. Айҙар, йылдар, быуаттар үткән, башҡа бер кем менән дә аралашмаған халыҡ үҙҙәренең утрауын донъяның берҙән-бер ҡоро урыны, үҙҙәрен берҙән-бер тере йән эйәләре тип иҫәпләгән. Улар һуғыштың да, ҡоралдың да ни икәнен белмәгән, унда йәшәүселәр араһында үҙ-ара килеп сыҡҡан дәғүәле-бәхәсле мөнәсәбәтте аҡһаҡалдар ҡоро яйға һалған.
Берҙән-бер көн оло ер кешеләренең океан буйлап сәйәхәт итеп йөрөгән карабы был утрауға морон төрткән. Уларҙы сит планета ҡунаҡтары килеүендәй ҡабул иткән утрау халҡы, донъяла үҙҙәре һымаҡ ике аяҡлы, ике ҡуллы кешеләрҙең барлығына эй һөйөнгән. Оло ер кешеләренең атыу ҡоралдарын, кейемдәрен оло ғәжәпләнеү менән тотоп-тотоп ҡараған утрау аҫабалары. Ҡунаҡтарҙы түргә ултыртып һыйлағандар, алдарына иң татлы тәғәмдәрен ҡуйғандар.
(Аҙағы бар).


Вернуться назад