Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса һалып алданғандар мәсьәләһе көн үҙәгенән төшмәй. Сер түгел, ҡайһы берәүҙәр ошондай енәйәтсел юл менән аҡса эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Ә таяҡтың ауыр башы ябай халыҡтың һәм дәүләттең иңенә төшә.
Өфөләге "Етенсе күк" торлаҡ комплексы ла "һаҡаллы" булыуы менән танылып өлгөрҙө – ул хәҙер ун йылдан ашыу төҙөлә инде. Торлаҡлы булыу өсөн һуңғы аҡсаһын индергән өлөшсөләр һемәйҙе бында. Шулай ҙа республика башлығы Рөстәм Хәмитов хәлде етди иғтибарға алғандан һуң, күптәрендә өмөт тыуҙы. Президент енәйәтселәрҙе язаға тарттырыуҙы, алданғандарға иһә ярҙам күрһәтеүҙе талап итә башлағас ҡына был өлкәлә "боҙ ҡуҙғалды".
Яңыраҡ Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та "Етенсе күк"тән фатир һатып алып алданғандар менән осрашты. Бында ошо күп ҡатлы йортто төҙөп бөтөү өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә алған төҙөлөш компанияһы вәкилдәре лә ҡатнашты.
Беҙ үҙебеҙ ҙә торлаҡ комплексында төҙөлөштөң йәнләнгәненә шаһит булдыҡ. Төп подрядсы компания етәксеһе Сергей Косухин әйтеүенсә, эштәр бер ай элек башланған, әлеге мәлдә төҙөүселәр йорттоң каркасын нығытыу менән мәшғүл. Әгәр бөтәһе лә ыңғай барһа, алданған өлөшсөләр йыл аҙағына фатирлы буласаҡ, тигән фекерҙә етәксе.
Төҙөлөш фирмаһының ниәте нигеҙле булыуын ҡала хакимиәте башлығы ла раҫланы. Уныңса, хәҙер борсолорға сәбәп юҡ, аҡса түләп тә торлаҡһыҙ яфаланғандарҙың бөтәһе лә (йәмғеһе йөҙҙән ашыу ғаилә) тиҙҙән фатирлы буласаҡ.
Әйткәндәй, төҙөлөштө дауам итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан аҡса тотонолмаған. Инвесторҙың ошондай проблемалы йорттарҙы тергеҙеү тәжрибәһе бар: баҡһаң, быға тиклем ул баш ҡаланың Гоголь урамындағы "Триумф" торлаҡ комплексын төҙөп бөткән. Бында ла мутлашыусылар фатир һатып алыусыларҙы һемәйткән булған.
Әлбиттә, төҙөлөштө дауам иткән компания хәйриә менән шөғөлләнә тип уйлаусылар тәрән яңылыша. Әлеге эшҡыуар сығымын "Етенсе күк"тең янында иҫке ағас өйҙәрҙән (бөтәһе лә йәшәүгә яраҡһыҙ тип табылған) торған майҙансыҡта яңы йорт күтәреп, шуны һатыу иҫәбенә ҡайтарырға ниәтләй икән. Әммә емертеләсәк өйҙәре урынына хужалары бер бүлмәле биш, ике бүлмәле ике фатир талап итә – быға төҙөүсе компанияның етәксеһе һис тә риза түгел. Шулай уҡ муниципаль гарантия күләме лә 60 миллион һум тәшкил иткән. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Филиппов әйтеүенсә, быға тиклем "һаҡаллы" йортто төҙөп бөтөү өсөн йәмғеһе 150 миллион һум аҡса талап ителгән.
Киң мәғлүмәт саралары мутлашыусыларҙан зыян күргәндәр тураһында көн-төн һөйләһә лә, бөтөнләй билдәһеҙ төҙөлөш ойошмаларына аҡса тапшырыусылар һаман да кәмемәй, ти Ирек Ялалов. Әлбиттә, ҡала етәкселеге бындай күренештәргә ҡаршы көрәште башлаған. Мәҫәлән, яңыраҡ Өфөлә иң ышаныслы 20 төҙөлөш компанияһының исемлеге булдырылды.
– Әлеге мәлдә алданған өлөшсөләр проблемаһы буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Мутлашыусыларға ҡарата 20-гә яҡын енәйәт эше ҡуҙғатылды, – тине Ирек Ялалов.